Австро-Венгрия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
132 юл:
 
=== Венгрия милли хәрәкәте 1849—1863 йылдарҙа ===
[[Файл:Szekely-deak.jpg|справа|мини|235x235пкс|Ференц ДекДеак, портрет, 1869]]
Венгрия милли хәрәкәте 1848—1849 йылдарҙағы революцияны баҫтырғандан һуң осорҙа төрлөлөктөң юғары кимәле менән айырылып тора. Йожеф Этвеш етәкселегендәге центристар Австрия хөкүмәтен федерализмға һәм тик өлкәләр хоҡуҡтарын киңәйтеү менән генә империяны көсәйтеп була тип һанап, 1848 тиклем булған региондар автономияһына кире ҡайтарыу кәрәклегенә бер ниндәй һөҙөмтәһеҙ ышандырырға тырышалар. Венгрҙар араһында «бах режимы» менән хеҙмәттәшлектән баш тартҡан сәйәси төркөмдәр популярлыраҡ була. Лайош Баттяни революцион хөкүмәтенең элекке юстиция министры, «пассив ҡаршылашыу» хәрәкәтенең идеологы булып киткән (мәҫәлән, налогтар түләүҙән баш тартыу, администраторлыҡта ҡатнашмау, хөкүмәт структуралары менән хеҙмәттәшлектән баш тартыу, демонстратив рәүештә немец телен «белмәү») Ференц Деакка айырыуса ҙур йоғонто яһай.
 
Деактың һәм уның яҡлаусыларының маҡсаты - Австрия империяһының сиктәрендә Венгрияның эске суверенитетын тергеҙеү, бер һүҙ менән әйткәндә, Венгрия революцияһы киң автономияға һәм үҙидаралығына ирешкән, әммә әле [[Габсбургтар]] династияһы һәм империя менән араны өҙмәгән 1848 йылдың яҙ-йәй ваҡыты ситуацияһына ҡайтыуы. Венгрия милли хәрәкәтенең иң радикаль ҡанатын Лайош Кошут кәүҙәләндерә, ул һәм башҡа эмиграциялағы революция лидерҙары Венгрияның һәм империяның башҡа милли региондарының бойондороҡһоҙлоғон талап итәләр һәм Балкандарҙа Венгрия етәкселегендә Венгр-славян-румын конфедерацияһын булдырыу тураһында сығыш яһайҙар. Венгрияла яңы революция әҙерләгән Кошут Үҙәк һәм көньяҡКөньяҡ — Көнсығыш Европала прогрестың төп дошмандары итеп һанаған Австрияға һәм Рәсәйгә ҡаршы Көнбайыш дәүләтттәренең ярҙамына ризалыҡ алып ҡалырға ашыға. АҠШ Конгресында уның сығыштары, Наполеон III, Кавур һәм башҡа Көнбайыш йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән һөләшеүҙәреһөйләшеүҙәре, Венгрия милли хәрәкәтенең донъя кимәлендә билдәлелек яулауын тәьмин итә һәм Европала венгрҙарға ҡарата симпатия тойғоһон уята.
[[Файл:kossuth_daugerro.jpg|справа|мини|Лайош Кошут 1851 йылда]]