Тунис: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
80 юл:
{{В планах|дата=31 декабря 2016}}
 
1534 йылда I Сәлим идара иткән ОсманҒосман империяһы экспансияһы осоронда төрөк флотының баш командующийы Хәйр-әд-Дин Барбаросса Тунисҡа баҫып инә, әммә бер йылдан Тунис герман-рим императоры Карл V Габсбург тартып ала.
 
1568 йылда ОсманҒосман империяһы (II Сәлим) корсары Кылыч Али-паша Алжирҙан ҡоро ер юлы менән ҙур булмаған ғәскәр ебәрә, Хафсидтарҙан Тунисты тартып ала. 1573 йылда Австриялы Һуан испандар ярҙамы менән Тунисты яулай, әммә 1574 йылда османдар яңынан Тунисҡа бәреп инә. Тунис Осман империяһына баш һала.
 
Мәгәр XVI быуаттан төрөк солтаны хакимлығының исеме генә тороп ҡала — ғәмәлдә 1612 йылда барлыҡҡа килгән Мурадиҙар затынан бойондороҡһоҙ бейҙәр илгә идара итә. 1705 йылда было бойондороҡһоҙ Тунис дәүләте барлыҡҡа килә, уға Хөсәйниҙәр тоҡомо идара итә, улар төрөк солтанын дини башлыҡ - имам итеп кенә таный. 1881—1883 йылдарҙа Франция Тунисты үҙ протекторатына тартып ала һәм үҙ колонияһына әүерелдерә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тунис» битенән алынған