Тунис: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
121 юл:
 
1959 йылда тәүге президент ваҡытында күп партиялылыҡ системаһы индерелә, донъяуи судтар ҙә, гражданлыҡ нормалары ла күп ҡатынлылыҡты тыя, ҡатын-ҡыҙға һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Былар әле лә юридик көсөндә ҡала. Ике ҡатын алыу раҫланған осраҡта яза ҡаралған. Конституция буйынса президент 5 йылға һайлана. Премьер-министр һәм министрҙар кабинеты президент тарафынан һайлана. 2011 йылда әммә президент һәм премьер-министр Учредителдәр йыйылыш тарафынан һайлана.
Төбәк башлыҡтары һәм урындағы үҙидара етәкселәре хөкүмәт тарафынан билдәләнә. Муниципаль һәм округ кимәлендәге етәкселәр һайлау үткәреп тәғәйенләнә.
 
=== Партиялар ===
{{main|Тунистың сәйәси партиялары}}
Демократик конституцион берекмә партияһы (ДКБ) (1988 йылға тиклем — Социалистик Дустур Партия, унан да элгәре — Яңы Дустур) Тунис үҙаллы дәүләт булараҡ бойондороҡһоҙлоҡ алғаны бирле 25 йыл дауамында берҙән-бер легаль партия булып тора. 2011 йылдағы протестар арҡаһында партия тыйыла.Ваҡытлы Учредителдәр йыйылышында барлыҡҡа килгән иң эре партиялар - урта йүнәлешле Ислами тергеҙеү партияһы, донъяуи Республика өсөн Конгресы, Азатлыҡ, ғәҙеллек һәм үҫеш өсөн халыҡ петицияһы ( Әл-Әридә).
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тунис» битенән алынған