Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
1912 йылда Кәрим Иҙелғужин Өфөләге «[[Ғәлиә мәҙрәсәһе|Ғәлиә]]» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бында ул алгебра, геометрия, физика, химия, тарих, география, педагогика, урыҫ телен өйрәнә, шәкерттәрҙең төрлө түңәрәктәрендә ҡатнаша.
 
1915 йылда Кәрим Иҙелғужин әрмегә алынып, беренсе[[Беренсе донъя һуғышындаһуғышы|Беренсе донъя һуғышы]]нда ҡатнаша. Октябрь революцияһын окопта ҡаршылай, 1917 йылдың октябрь аҙаҡтарында тыуған ауылына ҡайта. Бында ул ауыл Советы сәркәтибе була, 1918 йылдың авгусында Ырымбурҙа сыҡҡан «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитенең сәркәтибе булып эшләй, шунан атлы дивизия писары булып хеҙмәт итә. Башҡорт ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡас, Кәрим Иҙелғужин армия частарын тулыландырыу өсөн башҡорттарҙан доброволецтар йыйыу комиссияһы рәйесе була, 1919 йылдың авгусында Тамъян-Катай кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә.
 
Был осорҙа Башҡортостанда сәйәси хәл бик ҡатмарлы була. Берәүҙәр Башҡортостан автономияһын яҡлап көрәшә, икенселәр уға ҡаршы сығыш яһай. Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ көсәйә. Шулваҡытта баш күтәреүселәр менән һөйләшеү өсөн Темәскә делегация ебәрелә. Уның составында К. А. Иҙелғужин да була.