Кареев Андрей Андреевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл:
2014/2015 йылдар миҙгеле алдынан үткән КХЛ турнирҙарында Андрей «Металлург» өсөн дүрт уйын үткәреп өлгөрә. 2014 йылдың 6 сентябрендә «Себер» командаһына ҡаршы уйынында Андрейҙың КХЛ-да дебюты була. Әммә уйын уңышлы булмай: баш тренер уны өс үткәргән шайбанан һуң Илья Сорокинға алмаштыра. 5 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» командаһына ҡаршы уйында ул тәүге еңеүен яулай. Бөтәһе шул миҙгелдә ул КХЛ-да 8 уйын үткәрә, ә «Металлург» плей-оффҡа эләкмәй. Шулай уҡ Андрей ЮХЛ-да «Зауралье» өсөн ике уйын уҙғара һәм икәүһендә лә еңеү яулай, берәүһендә бер гол да үткәрмәй, икенсеһендә һөҙөмтәле пас бирә. Ә ЙХЛ-да «Кузнецкие Медведи» өсөн Харламов кубогының ике осрашыуында ҡатнаша.
 
2015 йылдың 13 апрелендә Андрей клуб менән ике йылға ике яҡлы яңы контракт төҙөй<ref>[http://www.khl.ru/news/2015/04/13/234061.html Продление контрактов]</ref>. Яңы миҙгелдә ул төп команда өсөн КХЛ-да ғына уйнай. Сентябрь башында өс уйында ике еңеү яулап, Андрей КХЛ-дың икенсе аҙнаһының иң яҡшы йәш уйынсыһы тип таныла<ref>[http://www.khl.ru/news/2015/09/07/236555.html Аҙнаның иң яҡшы уйынсылары]</ref>. 2015 йылдың 25 сентябрендә «Лада» хоккей клубына ҡаршы осрашыуҙа үҙенең ҡапҡаһына һуғылған бөтә һуғыуҙарҙы ҡаға һәм тәү тапҡыр ҡапҡаһын ҡоро ҡалдыра. Бөтәһе шул миҙгелдә ул 36 уйын үткәрә һәм һигеҙендә еңә.
 
== Иҫкәрмәләр ==