Яҡтыкүл алабалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
76 юл:
 
'''Яҡтыкүл алабалығы''' (урыҫ. Сиг озера Банное) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ төрө. Төп популяцияһы (Маточное стадо) Яктыкүлдә генә тереклек итә; Балыҡ үрсетеү маҡсатында ғына файҙаланыла.<center>[[Файл:Sik,_Iduns_kokbok.jpg|100x100пкс]] </center>
 
== Тарихы ==
 
Балыҡтарҙың яңы төрҙәрен Башҡортостандың тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырыу, затлыраҡ балыҡтарҙы үрсетеү, йылғаларҙағы һәм күлдәрҙәге балыҡ запасын арттырыу маҡсатында тиҙ үҫә торған ҡиммәтле балыҡтар килтерергәкилтергә ҡарар ителә.
 
Ундай балыҡтарға ҡиммәтле промысла балығы — ала балыҡ (сига) инә. Ала балыҡтың бер нисә төрө бар: лудога, пелядь (сырок), рипус һәм башҡалар.
Юл 89 ⟶ 88:
Туймазы төбәгендәге Ҡандра күлендә иһә был төр ала балыҡ 1958 йылдан башлап үрсетелә.
 
Башҡортостанда 3 төрө климатҡа яраҡлаштырылған: күл сабағы, пелядь, ғәҙәтиябай алабалыҡ.
 
БР-ҙа Башҡортостандың Урал аръяғы күлдәрендә осрай, РФ-тың Ҡыҙыл китабына индерелгән күл сабағы Асылыкүл һәм Ҡандракүлдә климатҡа яраҡлаштырылған.
 
== Ҡылыҡһырлама ==
 
Алабалыҡ бәрҙегә оҡшаған. Арҡаһында ҡара төртөктәре бар, тәңкәләре ныҡ. Ауыҙы ҙур, тештәре тигеҙ, аҙауҙары өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтарында урынлашҡан.
 
Һаҙанға оҡшағаныраҡ һимеҙ, итле, көмөш һымаҡ аҡ төҫтәге балыҡ. Арҡаһы киң, йәшкелт-ҡара төҫтә, эс яғы иһә ап-аҡ.
 
Кәүҙәһе ҡабырғаларынан ҡыҫылған, эре тәңкә м~н ҡапланған. Үтә ҙур түгелдәр, оҙонлоғо 40—55 см, ауырлығы 1—3 кг.
 
Уртаса,ғәҙәттә, – 40…50 см, массаһы 700…800 г тирәһе була. Әммә 50…60 см оҙонлоҡтағы 1-1,2 кг һәм 4—5 кг-ға еткән заттары ла осрай.
 
Ләмле һыу төбөн яратмаған­лыҡтан, ҡырсынташлы, ылымыҡ­һыҙ, ҡомло тәрән ерҙә йәшәй. Башҡа йыртҡыс балыҡтарҙан айырмалы, күҙҙәре ҙур, төнөн дә яҡшы күрә.
 
Яратҡан аҙыҡтары – ташбаш, сабаҡ, күкен. Күп ашауы һәм тиҙ ҙурайыуы менән дан алған. Һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған алабалыҡ балыҡсылыҡ хужалы­ғында ла тотола.
Енси яҡтан алабалыҡ — 4—8 йылда өлгөрә. Көҙ һәм ҡыш айҙарында ыуылдырыҡ сәсә. Ваҡ, һары төҫтәге ыуылдырығын ҡырсынташлы-ҡомло ергә һала.
 
Үрсемлелеге— 20—50 мең ыуылдырыҡ. Селбәрәләр яҙын, боҙ ирер алдынан сыға. Ғүмер оҙонлоғо — 7-10 йыл.
 
Был балыҡты урындағы башҡорттар сиға, сиғом тип атайҙар.
 
1958 йылдың апрель айы аҙаҡтарында Ҡандракүлгә тәжрибә рәүешендә 500 мең ваҡ ала балыҡ сырҙыларын ебәрәләр. Был күл тәрәнлеге һәм таҙалығы менән ала балыҡҡа бик оҡшап төшә. Уларҙың ҙурлығы тәүге йылда уҡ 10—15 сантиметрға етә. Икенсе йылында 25 сантиметр оҙонлоғондағы балыҡтар ҙа күренә башлай.
 
Алтмышынсы йылдар башында күлгә тағы ла 10 миллион ҡиммәтле балыҡ ебәрелә. Хәҙер бында сига күпләп үрсей.
Ала балыҡ Башҡортостан һыуҙарын үҙ итә, бик яҡшы үрсеп китә, хатта эрерәк тә булып үҫә. Ладога күлендә ошо балыҡ төрөнөң иң ҙуры ике килограмм самаһы тартһа, Мауыҙҙыла иһә 5 килограмғаса ауырлыҡты тәшкил итә.
 
1960 йылда Баймаҡ районының данлы Талҡаҫ күлендә миллиондарса ала балыҡ сырҙылары ебәрелә.
 
1965 йылда Ладоганан 27 миллион ала балыҡ ыуылдырығын Өфө балыҡ заводына самолет менән алып ҡайталар.
 
Шуныһы ҡыҙыҡлы: ала балыҡтар яҙын түгел, ә ҡара көҙҙә — 6—8 ноябрҙә, бик һуң булһа, 9 ноябрҙә һары ыуылдырыҡ һала.
 
Өфө балыҡ үрсетеү заводы хәҙер Мауыҙҙыны үҙенең заповеднигы итеп тота. Бында һәр йыл көҙҙән ала балыҡ ыуылдырығы йыйып алына һәм башҡа урындарға оҙатыла.
 
Унда октябрь айҙарында көн һайын бер нисә центнер ала балыҡ тотоп, уларҙың ҡиммәтле ыуылдырыҡтары алалар. Унан бер нисә ай махсус ҡоролмаларҙа кислородҡа бай, гел алмашынып торған һыуҙа һаҡлайҙар. Шунан ҙур-ҙур күлдәргә ебәрелә.
 
== Әҙәбиәт ==