Топҡапы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
41 юл:
1453 йылда, төрөктәр Константинополде баҫып алғас, ғосман солтаны [[Мәхмәт II|Яулап алыусы Мәхмәт]] башта хәҙерге Истанбулдың Баязит майҙанында уның өсөн төҙөлгән һарайға урынлаша.  Был һарай бөтөнләй һаҡланмаған, әммә иҫке һарайҙың һәрәме тәүҙән үк Топҡапыла төйәкләнгән була. Был иҫке һәрәм әле «Сермәрле павильон» булараҡ билдәле.
 
1475—78 йылдарҙа  Мәхмәт византий императорҙары резаденцияһыныңрезиденцияһының харабаларында яңы Топҡапы һарайын һалдыра башлай. Иҫке «Семәрле павильон» был һарайҙың ситендә тороп ҡала. Тәүге ярты быуатта Топҡапы солтандарҙың  "эш" резиденцияһы булып ҡына хеҙмәт итә: «Семәрле киоск» менән һәрәм һарай комплексына инмәй. 
 
XVI быуатта Роксолана (славян йәриәһе, һуңынан солтан [[Сөләймән I]]-нең ҡатыны) һәрәмде, солтанға яҡыныраҡ булыр өсөн, солтан һарайы Топҡапыға  күсертә. Күркәм Сөләймән осоронда Топҡапы һәрәмен төҙөү Топҡапы һарайына уны һалған мәлдән алып беренсе тапҡыр индерелгән ҙур үҙгәреш була. 
 
Артабанғы быуаттарҙа Топҡапы артабан киңәйә, зиннәтлегә әйләнә бара. 400-ләп йыл буйы һарай [[Ғосман империяһы|Ғосман империяһының]]ның төп һарайы булып ҡала — унда 25 солтан йәшәй һәм идара итә. 1854 йылда  солтан Абдулмәжит  I  Европа өлгөһөндә төҙөлгән яңы резиденцияға — Долмабахче һарайына күсә. 
 
1923 йылда,  республика урынлашҡас, Топҡапы, башҡа һарайҙар кеүек үк, [[Мостафа Кәмал Ататөрк]] указы менән музейға әйләндерелә. Төрөк дәүләте башлығының резиденцияһы булып Долмабахче һарайы ҡала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Топҡапы» битенән алынған