Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
63 юл:
1918 йылдың 17 февралендә Ырымбурҙа «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһының һәм Башҡортостан автономияһының кантондарынан башҡорт милли хәрәкәте йәш башҡорт революционер-активистарының дөйөм йыйылышында [[Башҡортостандың ваҡытлы революцион советы]] ойошторола. 1918 йылдың мартында Башҡортостан ваҡытлы революцион советы ''«Башҡортостан автономияһы проекты»н'' төҙөү һәм уны раҫлау буйынса РСФСР хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып бара. БВРС-тың баҫма органы булып ''«Башҡурдистан»'' гәзите торған. Төбәктәге ''Ырымбур губерна эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советы башҡарма комитеты'' Башҡортостан ваҡытлы революцион советының эшмәкәрлеге Башҡорт Хөкүмәтенекенән бер нисектә айырылмай тип баһалана һәм ул 30 мартта БВРС-ты таратыу тураһында бойороҡ сығара. Шулай ҙа БВРС үҙенең эшен май башына тиклем [[Стәрлетамаҡ]]та дауам итә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1964-bash-ortostan-va-ytly-revolyutsion-sovety|Башҡортостан ваҡытлы революцион советы|автор=[[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Ҡасимов С. Ф.]]}}</ref>.
 
1918 йылдың 2 мартында [[Орск өйәҙе]] [[Баймаҡ]]та Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитетының рәйесе [[Цвиллинг Самуил Моисеевич|С. М. Цвиллинг]] бойороғо буйынса башҡорт полкын ойоштороусы Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре ҡулға алына. 7 мартта Кесе ҡоролтай ағзалары [[Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәли улы|Ғ. С. Иҙелбаев]], [[Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы|Ғ. С. Мағазов]] һәм уларҙың кәңәшсеһе булған 5 поляк офицеры атып үлтерелә, ә [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Х. Ғ. Ғәбитов]], ''У. Йәһүҙин'', [[Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы|М. К. Әҙеһәмов]] һәм 2 поляк һаҡ аҫтында ҡалдырыла, илленән ашыу башҡорт һалдаты азат ителә, 9 мартта уларҙың унауһы үлтерелә. [[Орск өйәҙе]]ндәге был ваҡиғалар [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәре]]н төҙөүҙе тиҙләтеүгә булышлыҡ итә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1742-bajma-ta-bash-ort-kh-k-m-te-a-zalaryn-atyu|Баймаҡта башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу|автор=}}</ref>.
 
1918 йылдың апрель башында Ырымбурҙы [[Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы|Ә. Б. Ҡарамышев]] етәкселегендә башҡорт һәм казак отрядтары алған ваҡытта, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итәләр.