Ташбаш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
{{Международная Красная книга|LC|184448}}
 
'''Ташбаш, ҡомтөркөс''' ({{lang-la|Gobio gobio}}, {{lang-ru|Пескарь}}) — ҡара-йәшел, сыбар төҫтәгеһоро йәки һорғолт -йәшел төҫтә, сыбар ваҡ йылға балығы;. ҡомтөртҡөсОҙонлоғо 7-22 см-ға тиклем етә, әммә 15 см-ҙан оҙонорағы һирәк осрай. Кәүҙәһенең көмөш төҫтәге ян-яҡтары, айғолаҡҡа яҡын уҡ башланып ҡойроғона тиклем теҙелгән 12-шәр ҡара йәки зәңгәр-ҡара таптар менән ҡапланған. Аҫҡа ҡараған ауыҙының мөйәштәрендә ҡуш мыйыҡсаһы бар. Күкрәк йөҙгөстәре ян-яҡҡа тырпайып тора. Шуға, өҫтән ҡарағанда кәүҙәһе өскөл булып күренә.<ref> Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>. Европала, төньяҡ һәм көньяҡ диңгеҙҙәренән башҡа, киң таралған. Оҙонлоғо 22 см-ға тиклем етә, әммә 15 см-ҙан оҙонорағы һирәк осрай. Кәүҙәһенең өҫтө ҡара-йәшел төҫтә, эргәләре зәңгәр-ҡара таптар менән ҡапланған көмөш төҫтә. Ауыҙ мөйөштәрендә мыйығы бар. Балыҡ тотоу тармағында ҡулланылмай, башҡа йыртҡыс балыҡтарҙың ризығы булып тора.
 
== Статусы ==
Киң таралған төр. Промысла әһәмиәтенә эйә түгел. Йыртҡыс балыҡтарға аҙыҡ булып тора. Шулай ҙа, балыҡсылар яратып ҡармаҡлай.
Һалҡын аквариумда аҫырарға була.<ref name="Frey">Ганс Фрей. Твой аквариум. М.: «Колос», 1966.</ref><ref name="Kochetiv">{{Книга:Декоративное рыбоводство}}</ref>.
 
== Исемдәре ==
Балыҡтың төрлө исемдәре бар: ташбаш, ҡомтөрткөс, хөмәй, ҡомай, ҡомтой, ҡомоҡа, һөмбаш, тәрбе, таран. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәнә утыҙлап исеме билдәле.
 
== Таралыуы==
 
Ташбаш иң киң таралған һәм һәр кемгә билдәле балыҡтарҙың береһе. Беҙҙең илдә ташбаш һәм уның төрҙәре, Европа өлөшөнән башҡа, бөтә Себерҙә тиерлек таралған. Ташбашты, бигерәк тә, Башҡортостандың ваҡ йылғаларында осратып була. Бында ҡомайҙың ике төрө осрай.
 
Көнсығышта нәҡ бындай ваҡ йылғаларҙан Краснахты тигәнен күрһәтеп була. Ул Уйға ҡояр йылға (Учалы төбәгендә). Көньяҡта шундайҙарҙан Инәк, Абысҡан, Наҡаҫ, Урманка һәм бүтән ваҡ йылғаларҙа ташбаш айырыуса күп. Өршәккә ҡойған Үҙән дә — ҡомай төйәге.
 
== Йәшәү рәүеше ==
 
Был ваҡ балыҡ, ғәҙәттә төбө ҡомло булған урындарҙа йәшәй. Шулай ҙа, ташбаштар ҡырсынташлы, йә төбө ташлы булған йылға-күлдәрҙә лә булалар.
 
Был ваҡ балыҡ йәшәгән урында һыу төбө ҡомло булмаҫҡа ла мөмкин (мәҫәлән, Шәмәҡ быуаһы).
Ташбашҡа ентекләберәк ҡараһаң, ул үҙенең һыны һәм төҫмөрләнеше менән йәшәгән урынға бик камил яраҡлашҡан: балыҡтың кәүҙәһе өҫтән ҡарараҡ, ян-яҡтары тимгел-тимгел.
 
Уның өсөн һыу таҙа булырға тейеш. Әммә ҡомай артыҡ һалҡын һыуҙы ла яратмай. Ул затлы балыҡ түгел. Үҙе һымаҡ уҡ балыҡтар менән бергә көтөү-көтөү булып йөрөй.
 
Ул һыу төбөндәге ҡомға һыйынып ята, шуның өсөн дә уны ҡомай, ҡомоҡа, ҡомбәрә тип тә йөрөтәләр.
 
Ташбаш бик үк йылғыр балыҡ түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шаҡтай тиҙ үҫә. Ашаған аҙығы — бөжәк ҡарышлауыҡтары, һыуҙағы ҡорт-маҙар. Ҡайһы берҙә үҙенең һәм башҡа балыҡтарҙың ыуылдырығынан да баш тартмай. Ә үҙе ыуылдырығын яҙ аҙағынан алып авгусҡа тиклем сәсә. Ташбаш көндөҙ генә йөҙөп йөрөй, төндә йөҙгөстәренә таянған хәлдә һыу төбөндә ята.
 
== Үрсеүе һәм үҫеше ==
Үрсеү дәүере 3-4 йәшендә башлана. Был мәлдә оҙонлоғо 7-8 см-ҙан кәм булмай.
Ыуылдырыҡ сәсеү һыу +7 °C-ҡа йылынғас башлана һәм яҙ аҙағынан алып авгусҡа тиклем дауам итә (1,5—2 ай тирәһенә һуҙыла). Үрсеме 10—12 мең ыуылдырыҡ тәшкил итә.
Ыуылдырыҡтарын һайлыҡтарға сәсәләр. Һыу төбөндәге таштарға йәки башҡа ҡаты ерлеккә лайла менән беркетеп ҡуялар. Лайлаға ҡом йәбешә. Шуға, ыуылдырыҡтар күҙгә салынмай.
 
Личинкалары сыҡҡас, бер нисә көн һыу төбөндә боҫоп ята. Ныҡ пигментлы күҙҙәре тәүге мәлдә яҡтылыҡты һиҙмәй. Күкрәк йөҙгөстәре ҙур була.
 
Вегетацияның тәүге йылына ташбаш 5 см оҙонлоҡҡа етә. Туҡланыу үҙенсәлеге буйынса бентофаг булып торалар: личинкалары өсөн һыу төбөндәге ваҡ умыртҡаһыҙҙар аҙыҡ булып хеҙмәт итә. Йәш һәм өлкән балыҡтар бөжәк ҡарышлауыҡтары, һыуҙағы ҡорт-маҙар, ваҡ ҡусҡарҙар, башҡа балыҡтарҙың ыуылдырыҡтары менән туҡлана.
 
== Әҙәбиәт ==
 
* Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
* Берг Л. С. Рыбы пресных вод СССР и сопредельных стран. — М.:Акад. Наук СССР, 1949. {{ref-ru}}
* Л. П. Сабанеев. [[s:Жизнь и ловля пресноводных рыб/Пескарь|Жизнь и ловля пресноводных рыб: Пескарь]]
* Аннотированный каталог круглоротых и рыб континентальных вод России (под ред. Ю. С. Решетникова). — М.: Наука, 1998. — 219 с.
* ''Берг Л. С.'' Рыбы пресных вод СССР и сопредельных стран. — М.: Акад. Наук СССР, 1949.
* ''Кузнецов В. А.'' Рыбы Волжско-Камского края. — Казань, 2005. — 208 с., ил.
* {{ВТ-ЭСБЕ|Пескарь}}
 
== Һылтанмалар ==
* [http://www.sevin.ru/vertebrates/index.html?Fishes/118.html Позвоночные животные России
* [http://www.ribak.com.ua/fish.php?r=fish13 Виды рыб]
* [http://rybalka.tv/page/peskar Пескарь]
== Иҫкәрмәләр ==
<references/><references/>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ташбаш» битенән алынған