Башҡорт эштәре комиссияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл:
1736 йылдың 11 феврале Указдарына ярашлы урыҫ халҡы иҫәбен алыу ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ башҡорттарҙың да иҫәбен алыу буйынса саралар күрелә.
 
[[1737 йыл|1737 йылдың]] 14 июлендә Башҡорт комиссияһы һәм Ырымбур экспедицияһының уртаҡ кәңәшмәһендә ҡарар ҡабул ителә. Атап әйткәндә, башҡорттарҙың һайлап ҡуйылған старшиналары Өфө властары тарафынан тәғәйенләнгәндәргә алмаштырыла, йыйылыштарға, ([[Йыйын|йыйындарға]]) тыйыу индерелә. Шулай уҡ ҡорал яһау һәм тимерселек тыйыла. Башҡорт булмаған халыҡтарға төп халыҡҡа ата торған һәм башҡа төрлө ҡорал һатыуы тыйыла. Яһаҡ түләү һәм хөкөм үҙәктәре итеп, Өфөнән башҡа, [[Минзәлә]], [[Красноуфимск]], [[Уҫы]] һәм [[Сыбаркүл (ҡала)|Сыбаркүл нығытмаһы]] билдәләнә.
 
1737 йылда Ырымбур экспедицияһын провиант һәм икмәк запастары менән тәьмин итеү өсөн [[Иҫәт провинцияһы]] булдырыла. Ихтилалдарҙы баҫтырғандан һуң Башҡорт комиссияһы баш күтәргән башҡорттарҙы массауи язалауын үткәреүе һәм ойоштороуы менән етәкселек итә<ref>[http://encycl.bash-portal.ru/orenburg.htm Статья " Башҡортостан:Ҡыҫҡаса энциклопедия]</ref>.