Ҡондоҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
18 юл:
 
'''Ҡондоҙ''' ({{lang-la|Castor fiber}}) — Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған көрән йөнлө, яҫы ҡойроҡло, тиреһе затлы һыу буйы йәнлеге<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>. Ҡондоҙ [[имеҙеүселәр]] класына, [[кимереүселәр]] отрядына ҡараған йәнлек.
 
== Ҡылыҡһырлама==
 
'''ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО''' [[кимереүселәр]] отрядының ҡондоҙҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. [[Евразия]]ның [[урман]] зонаһынан алып дала зонаһына тиклем таралған.
 
Ҡондоҙ (бобр) — кимереүселәр араһында иң ҙуры. Кәүҙә оҙонлоғо — 120 см самаһы. Ауырлығы 35 кг тирәһе. Тиреһе ҡуйы йөн менән ҡапланған. Төҫө асыҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем. Йөн япма ике ҡатлы: йылҡылдап торған өҫкөһө һәм ҡуйы, һыу үткәрмәҫ аҫҡыһы.
 
Ҡолаҡ япраҡтары һәм танау тишектәре һыу аҫтында ябыла. Алғы тәпейҙәре ҡыҫҡа, кеше ҡулына оҡшаған, хатта бармаҡтарына тиклем кешенекенә тартым. Шул ҡулдар менән ағастар, ташый, быуа төҙөй, өйөнә үлән, аҙыҡ килтерә, балаларын тәрбиәләй. Артҡы аяҡтары оҙон, бик көслө. Бармаҡтары араһында ярыһы бар, йөҙөү өсөн бик уңайлы. Ҡойроғо (30 см тиклем) яҫы, ялпаҡ. Мөгөҙ пластинкалар менән ҡапланған. Ҡойроғо руль булараҡ хеҙмәт итә. Кәрәк саҡта шул уҡ ҡойроҡ өҫтөнә балаларын ултыртып һөйрәй.
 
Төп ҡоралы - өҫтән һәм аҫтан берәр пар бысаҡ кеүек үткер тештәре. Оҙон булып алғараҡ сығып тора, бер туҡтауһыҙ үҫәләр. Шуның өсөн бер туҡтауһыҙ кимерергә мәжбүрҙәр. Йыуан ағастарҙы ла тиҙ генә йыға алалар.
 
Бик һаҡ хайуандар: көндөҙ ял итәләр, төнө буйы эшләйҙәр. Саҡ ҡына шикле тауыш ишетеү менән һыуға сумып юҡ була улар. Кәрәк мәлдә ошо уҡ тештәр менән дошманына ҡаршы үлемесле алышҡа сыға.
 
20 быуаттың 60-сы йылдарында Республикала ҡондоҙҙарҙы яңынан тергеҙеү буйынса эштәр башлана. Воронеж өлкәһенән, Белорус ССР-ынан һәм Мари АССР-ынан ҡондоҙҙар алып киләләр. Балаҡатай, Ғафури, Дим һәм Эҫем-Инйәр ғаиләләре булдырыла. Улар үрсеп, Башҡотостандың башҡа райондарындағы һыу ятҡылыҡтарына тәбиғи рәүештә тарала.
 
== Килеп сығышы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡондоҙ» битенән алынған