Башҡорт теленең орфографияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Башҡорт теленең орфографияһы''' — башҡорт теленең тарихи рәүештә барлыҡҡа килгән яҙыуҙа телмәрҙе биреү ысулының бер төрлөлөгөн билдәләүсе ҡағиҙәләр йыйылмаһы (системаһы); башҡорт теленең ҡағиҙәләр системаһын өйрәнеүсе һәм тикшереүсе тел ғилеме бүлеге.
 
 
'''Башҡорт теленең орфографияһы''' — башҡорт теленең тарихи рәүештә барлыҡҡа килгән яҙыуҙа телмәрҙе биреү ысулының бер төрлөлөгөн билдәләүсе ҡағиҙәләр йыйылмаһы (системаһы); башҡорт теленең ҡағиҙәләр системаһын өйрәнеүсе һәм тикшереүсе тел ғилеме бүлеге.
 
Башҡорт теленең орфография ҡағиҙәләре түбәндәге принциптарға нигеҙләнгән:
Юл 9 ⟶ 7:
 
== Тарихы ==
Башҡорт теленең тәүге орфографик ҡағиҙәләре ХХ быуаттың 20-се йылдарында СССР Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Орфографик комиссияһы тарафынан тикшерелгән һәм төгәлләнгән. Комиссияла Ф.Сәйфи-Өфөлө , Г.Шонаси, С.  Л.  Рәмиев, Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы, Х.Кәримов, Ш. А. Манатов, Ш. А. Хоҙайбирҙин, Д.Юлтый һ.б. эшләгән. Башҡорт орфографияһының тәүге ҡағиҙәләре фонетик принципҡа нигеҙләнгән.
1924 йылда [[Рәмиев Закир Садиҡ улы]] яҙма өсөн ғәрәп алфавиты нигеҙендә башҡорт орфографияһы проектын төҙөгән, һәм өндәрҙе яҙыуҙа биреү, аффикстарҙы, киҫәксәләрҙе, бәйләүес-теркәүестәрҙе һ.б. дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен (правописание) тасуирлаған.
 
Башҡорт орфографияһының башҡа варианттарын 1924 йылда Г. Ф. Вилданов, Х.  Г.  Ғабитов, Н. Т. Таһиров; 1925 йылда Г. Х. Алпаров тәҡдим иткән. Был ҡағиҙәләр беренсе башҡорт грамматикаһы дәреслектәрендә файҙаланылған.
 
1928 йылда БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК) Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәров һәм Х. Хәбиров эшкәрткән башҡорт орфографияһын раҫлаған.
 
Латин алфавиты нигеҙендәге башҡорт орфографияһы Яңы башҡорт алфавиты Комитеты тарафынан эшләнгән. 1930 йылда БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) Президиумы фонетик һәм морфологик принциптар нигеҙенә ҡоролған башҡорт орфографияһы ҡағиҙәләрен ҡабул иткән.
 
1934 йылда «Башҡорт комплекслы фәнни-тикшеренеү институты» тел белгестәре әҙерләгән кириллица нигеҙендә эшләнгән орфография проекты баҫылған һәм Өфө ҡала конференцияһында тикшерелгән. Был орфографияла үҙҙәренең сығанаҡ әйтелешен көнбайыш европа һәм урыҫ теленән яңы үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы ҡаралған, халыҡ-ара (интернациональ) һүҙҙәрҙә О, У яҙылышы индерелгән, алфавиттан йомшаҡ Ж өнөн билдәләүҙә ҡулланылған хәреф алынған, башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәр ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу аныҡланған һ.б.
 
1936 һәм 1938 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы Указы раҫлаған принциптар ентекләп өйрәнелгән.
Юл 27 ⟶ 25:
1981 йылда БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән башҡорт орфографияһының яңыртылған проекты ҡабул ителгән.
 
Орфографияны камиллаштырғанда, хәрефтәрҙең фонетик системаға тап килмәү проблемаһына; башҡорт теле диалекттарына хас тел билдәләрен һайлауға; сингармонизм закондарын үтәүгә: яҙыуҙа өндәрҙең комбинатор үҙгәрешенә, морфонологик күренештәргә бәйләнгән мәсьәләләр хәл ителгән <ref>[http://wiki02.ru/encyclopedia/morfonologiya/t/9094 Морфонология<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>:
 
* сиратлашҡан морфонемаларҙы Һүҙ структураһында берләштереүсе фонемаларҙың сиратлашыуы; һуҙынҡы морфонемаларҙың сиратлашыуы сингармонизм законы менән бәйләнгән; тартынҡыларҙың сиратлашыуы тамыр морфемаларҙың башында һәм аҙағында: [ҡ—м]: «ҡырын-мырын» (тигеҙ түгел, неровно) [ҡ]ырын-[м]ырын, [п—б]: «яп» (закрой) я[п] — «ябыу» (закрытие) я[б]ыу һ.б., шулай уҡ аффикстар башында һәм аҙағында күрһәтелгән: [д— ҙ]: «замандаш» (современник) заман[д]аш — «яуҙаш» (однополчанин) яу[ҙ1аш, [ҡ —к]: «ҡуйҙыҡ» (поставили) ҡуйҙы[ҡ] — «кейҙек» (надели) кейҙе[к]; күпселек сиратлашыуҙар ассимиляция һөҙөмтәһе булып тора;
Юл 40 ⟶ 38:
 
== Башҡорт орфографияһының төп ҡағиҙәләре ==
Башҡорт теленең хәҙерге заман орфографияһы фонетик принципҡа нигеҙләнгән, шул уҡ ваҡытта традицион һәм график принциптар ҙа иҫәпкә алына.
 
* Яҙыуҙа өндәрҙе биреү ҡағиҙәләренең төп принциптары: фонетик — фонемаларҙың позицион сиратлашыуы ҡағиҙәһе (нигеҙҙең һуңғы тартынҡылары [ҡ], [к], [п], башланғыс һуҙынҡылы аффикс ҡушылғандан һуң, яңғыраулаша): « ҡалаҡ» (ложка) — «ҡалағы» (его ложка); график: ҡайһы бер үҙләштерелгән һүҙҙәр (интернационализмдар һ.б.) урыҫ теле пишутся орфографияһына тура килтерелеп яҙыла: «архив», «велосипед» һ.б.; морфологик: һүҙ аҙағындағы ассимиляцияға дусар ителгән [н] тартынҡыһы яҙыуҙа үҙгәрмәй: «алдынғы» (передовой) — алды[ңғ]ы һ.б.; традицион: «ғаилә» (семья), «мәғариф» (просвещение) һ.б.;
* Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрен айырыуға, тексты ваҡлауға (синтаксик принцип) бәйле баш һәм юл хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу һ.б.;
* Лексик-морфологик принципҡа нигеҙләнгән һүҙҙәрҙе ҡушып, айырым һәм дефис аша яҙыу ҡағиҙәләре — ике компоненттың береһе ҡыҫҡартып ҡулланылған һүҙ берләштермәһе: «драмтүңәрәк» (драмкружок), «пединститут»; һүҙ яһау-грамматик принцибы: парлы һүҙҙәр дефис аша яҙыла: «берҙән-бер» (единственный), «асыҡтан-асыҡ» (отчётливо); дифференцирлаусы принцип: омофондар араһында сик билдәләү: «ҡартайыу» (старение) — «ҡарт айыу» (старый медведь) и др.;
* Һүҙҙең ижек структураһы үҙенсәлектәре менән бәйләнгән Һүҙ киҫәктәрен бер юлдан икенсеһенә күсереү ҡағиҙәләре: «баҡ-са-лар» (сады) һ.б.;
Юл 49 ⟶ 47:
 
== Әҙәбиәт ==
Башҡорт теленең орфографияһына ғалимдар: К.  З.  Әхмәров, Т. Г. Байышев, А. Г. Бейешев, Д. Г. Кейеккбаев, А. П. Харисов, А. А. Юлдашев һ.б. хеҙмәттәре бағышланған.
Н. Ф. Суфьянова, З. К. Ишмухаметов, «Орфографический словарь башкирского языка» (на баш. яз.). Уфа: НИ «Башкирская энциклопедия», 2002. — 352 с.