Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы: өлгөләр араһындағы айырма

шағир, сәйәсмән
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Роберт Миңнуллин Тулы исеме: Роберт Миңнуллин (Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин,…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

14:59, 7 апрель 2017 өлгөһө

Роберт Миңнуллин Тулы исеме: Роберт Миңнуллин (Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин, 1 август 1948) – шағир, сәйәсмән, Ғабдулла Туҡай исемендәге Татарстан дәүләт премияһы лауреаты Тормош юлы Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Илеш районындағы Нәжәде ауылында тыуа. Бер йылдан һуң уларҙың ғаиләһе Ҡыпсаҡ ауылына күсеп килә. Атаһы Мөғәллим унда бер нисә йыл эшләгәндән һуң үҙенең тыуған ауылы Шәммәткә ҡайтып төпләнә. Шунда башланғыс мәктәптә уҡый. Бишенсе кластан алып Аҡкүҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә йөрөп уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә барып сауҙа-кулинария училищеһына уҡырға инә. Бер нисә айҙан тыуған ауылына ҡайтып китапханала, артабан колхозда эшләй. Икенсе йылды район үҙәгендә – Юғары Йәркәй мәктәбендә уҡып ала. Урта мәктәпте Ҡарабаш ауылында тамамлай. Мәктәптән һуң ике йыл Илеш районының «Маяҡ» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ижад менән ныҡлап шөғөлләнеүе лә шул йылдарға тура килә. Мәктәптә уҡығанда уҡ «Башҡортостан пионеры» журналында, «Маяҡ» гәзитендә беренсе шиғырҙарын баҫтырған Роберт әҙәбиәт менән ысынлап ҡыҙыҡһына башлай. Гәзиткә мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән шиғырҙар ҙа яҙа. Улар бер-бер артлы «Маяҡ», «Ленинсы», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәрендә баҫыла. Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡып йөрөгән сағында уҡ Роберт Миңнуллин талантлы йәш шағир булып таныла. «Татарстан йәштәре», «Социалистик Татарстан» газеталарында, «Казан утлары» журналында, «Иҙел» альманахында шиғырҙары күренә башлай.