Сағыштырмалыҡ теорияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Теория относительности" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
ә clean up, replaced: == Шулай уҡ ҡара == → == Шулай уҡ ҡарағыҙ == using AWB
1 юл:
[[Файл:Albert_Einstein_(Nobel).png|thumb|283x283px|[[Альберт Эйнштейн]] — сағыштырмалыҡ теорияһы авторҙарының береһе ([[1921 йыл]])]]
'''Сағыштырмалыҡ теорияһы''' —  физик арауыҡ-ваҡыт теорияһы, йәғни физик процестарҙың универсаль арауыҡ-ваҡыт үҙенсәлектәрен тасуирлаусы теория<ref name="FizEnc">{{Ҡалып:Китап|часть=Относительности теория|заглавие=[[Физическая энциклопедия]] (в 5 томах)|ответственный=Под редакцией акад. [[Прохоров, Александр Михайлович|А. М. Прохорова]]|том=3|год=1992|место=М.|издательство=[[Большая Российская энциклопедия (издательство)|Советская Энциклопедия]]|страницы=493—494|isbn=5-85270-034-7}}</ref>.
Термин  1906 йылда [[Макс Планк]] тарафынан махсус сағыштырмалыҡ теорияһында (һуңғараҡ дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһында ла)  сағыштырмалыҡ принцибының әһәмиәтен күрһәтеү маҡсатында индерелә. Ҡайһы берҙә «релятивистик физика» төшөнсәһе урынына ҡулланыла<ref group="прим.">Релятивистская физика — раздел физики, изучающий явления, происходящие при движениях со скоростями, сравнимыми со скоростью света. </ref>.
 
Киң мәғәнәлә сағыштырмалыҡ теорияһы махсус һәм дөйөм сағыштырмалыҡ теорияларын үҙ эсенә ала.  Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы (МСТ) теге йәки был процесты тикшергәндә тартылыу ҡырҙарын иғтибарға алмауҙы рөхсәт итә; ә дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы (ДСТ) —  Ньютон тартылыш теорияһын дөйөмләштереүсе тартылыш теорияһы<ref name="FizEnc">{{Ҡалып:Китап|часть=Относительности теория|заглавие=[[Физическая энциклопедия]] (в 5 томах)|ответственный=Под редакцией акад. [[Прохоров, Александр Михайлович|А. М. Прохорова]]|том=3|год=1992|место=М.|издательство=[[Большая Российская энциклопедия (издательство)|Советская Энциклопедия]]|страницы=493—494|isbn=5-85270-034-7}}</ref>. Тар мәғәнәлә иһә сағыштырмалыҡ теорияһы тигәндә махсус сағыштырмалыҡ  теорияһын күҙҙә тоталар. 
 
Физика тарихында  ''сағыштырмалыҡ'' т''еорияһы '' тигән термин Эйнштейндың, Минковскийҙың һәм уларға эйәреүселәрҙең ҡараштарын Лоренц һәм Пуанкаре ише уларҙың элгәрҙәренең ҡараштарынан айырыу өсөн дә ҡулланылғылай.   <ref>''Суворов С. Г.'' Эйнштейн: становление теории относительности и некоторые гносеологические уроки // Успехи физических наук. — М., 1979. — Т. 128 (июль). — № 3.</ref>.
29 юл:
 
=== ДСТ-ны ҡулланыу ===
Был теория ярҙамында космология һәм астрофизика нейтрон йондоҙҙар, [[Ҡараҡара упҡын|ҡара упҡындар]]дар һәм гравитацион тулҡындар кеүек ғәҙәти булмаған күренештәрҙе алдан әйтә алды.  
 
== Ғилми берләшмә тарафынан ҡабул ителеүе ==
 
=== МСТ-ны ҡабул итеү ===
Әлеге осорҙа махсус сағыштырмалыҡ теорияһы ғилми берләшмә тарафынан дөйөм ҡабул ителгән һәм хәҙерге заман физикаһының нигеҙен тәшкил итә.<ref name="Will_2006">Clifford M. Will. </ref> Алдынғы физиктарҙың байтағы теорияны шунда уҡ ҡабул итте, улар араһында  — [[Макс Планк]], Хендрик Лоренц, Герман Минковский, Ричард Толмен, [[Эрвин Шрёдингер]] һәм башҡалар. Рәсәйҙә Орест Данилович Хвольсон мөхәррирлегендә махсус сағыштырмалыҡ теорияһын ентекләп аңлатҡан һәм теорияның тәжрибә нигеҙҙәрен тасуирлаған киң билдәле дөйөм физика курсы нәшер ителде. Шуның менән бергә Филипп Ленард<ref>Филипп Ленард [http://hghltd.yandex.net/yandbtm?fmode=inject&url=http%3A%2F%2Fritz-btr.narod.ru%2Flenard-1.html&text=ленард%20эфир&l10n=ru&sign=bf130c9a5dbc08854f9c3bc59b5049e1&keyno=0 О ПРИНЦИПЕ ОТНОСИТЕЛЬНОСТИ, ЭФИРЕ, ТЯГОТЕНИИ]</ref>, Й. Штарк, Дж. Дж. Томсон сағыштырмалыҡ теорияһы положениеларына тәнҡитле мөнәсәбәт белдерә.  Макс Абрахам һәм башҡа ғалимдар ҙа бәхәстәргә инә. 
 
=== ДСТ-ны ҡабул итеү ===
Айырыуса дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһының принципиаль һорауҙары буйынса фекер алышыу файҙалы була ([[Эрвин Шрёдингер|Шрёдингер]] һ. б.), ғәмәлдә был фекер алышыу әле булһа дауам итә.
 
Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы  (ДСТ) тәжрибәләр юлы менән МСТ-ға ҡарағанда әҙерәк өйрәнелгән. Уның бер нисә принципиаль проблемаһы бар.  Альтернатив гравитация теорияларының ҡайһы берҙәре лә тотош инҡар ителә алмай әле. Ләкин, ғилми берләшмә белдереүенсә, ДСТ әлегә үҙенең ҡулланыла алыу өлкәһендә билдәле булған бөтә эксперименталь факттарға ла тап килә, шул иҫәптән күптән түгел асылғандарына ла (мәҫәлән, күптән түгел гравитацион тулҡындарҙың барлығына тағы бер ихтимали раҫлау табылды<ref>[http://www.cfa.harvard.edu/news/2012/pr201225.html Space-Warping White Dwarfs Produce Gravitational Waves]</ref><ref>[http://www.rosinvest.com/news/101052/ Пресс-релиз на сайте «РосИнвест».]</ref>). Дөйөм алғанда, ДСТ үҙенең ҡулланыла алыу өлкәһендә «стандарт теория», йәғни ғилми берләшмә тарафынан танылыу алған төп теория булып тора.<ref name="Will_2006">Clifford M. Will. </ref>
 
== Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы ==
Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы <ref>Иногда используется название ''частная теория относительности''.</ref> (ДСТ) — ул локаль арауыҡ-ваҡыт структураһы теорияһы. Тәүге тапҡыр уны [[1905 йыл|1905 йылда]]да [[Альберт Эйнштейн]]  "Хәрәкәт итеүсе есемдәрҙең электродинамикаһына" тигән хеҙмәтендә тәҡдим итә. Теория теләһә ниндәй тиҙлекле, шул иҫәптән яҡтылыҡ тиҙлегенә яҡын тиҙлекле хәрәкәтте, механика закондарын, шулай уҡ уларҙы билдәләүсе арауыҡ-ваҡыт мөнәсәбәттәрен тасуирлай. Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы сиктәрендә  [[Исаак Ньютон|Ньютонд]]<nowiki/>ың классик механикаһы бәләкәй тиҙлектәр өсөн  яҡынса булып тора. МСТ инерциаль хисаплама системаларын индереү мөмкин булған осраҡтарҙа ҡулланыла ала  (локаль булһа ла); ул көслө гравитацион ҡырҙар, хисаплама системалары бик әҙ генә инерциаль булған һәм Ғаләмдең глобаль геометрияһын тасуирлаған  осраҡтарҙа ҡулланыла алмай.
 
Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы классик электродинамика (оптиканы ла индереп) менән Галилейҙың классик сағыштырмалыҡ принцибы араһындағы ҡаршылыҡты хәл итеү өсөн сығарыла. Галилей принцибы раҫлауынса, инерциаль хисаплама системаларындағы  процестар, система хәрәкәтһеҙ булғанда ла, тура һыҙыҡ буйынса тигеҙ хәрәкәт иткәндә лә, бер төрлө бара.  Йәғни ябыҡ система тигеҙ һәм тура һыҙыҡ буйынса хәрәкәт иткәндә  ''механик''  тәжрибәләрҙең бер ниндәйе лә уның нисек хәрәкәт иткәнен билдәләү мөмкинлеген бирә алмай.  Ләкин система эсендәге ''оптик'' тәжрибәләр (мәҫәлән, яҡтылыҡтың төрлө йүнәлештә таралыу тиҙлеген үлсәү) был хәрәкәтте асыҡлауҙы мөмкин итергә тейеш ине. Эйнштейн сағыштырмалыҡ принцибын электродинамик күренештәргә лә тарата, был, беренсенән, бөтә физик күренештәр даирәһенә берҙәм ҡараш булдыра, икенсенән, Майкельсон — Морли тәжрибәһе һөҙөмтәләрен аңлатыу мөмкинлеген бирә (был тәжрибәлә яҡтылыҡ таралыу тиҙлегенә Ерҙең квазиинерциаль хәрәкәтенең бер ниндәй ҙә йоғонтоһо табылмай). Сағыштырмалыҡ принцибы яңы теорияның беренсе постулатына әйләнә. Ләкин физик күренештәрҙе  киңәйтелгән даирәле сағыштырмалыҡ принцибы сиктәрендә ҡаршылыҡһыҙ тасуирлау, Ньютондың абсолют евклид арауығынан һәм абсолют ваҡытынан баш тартып, уларҙы яңы геометрик ҡоролмаға — псевдоевклид арауыҡ-ваҡытына берләштергәс кенә мөмкин була. Бының һөҙөмтәһендә тағы бер принцип — яҡтылыҡ тиҙлегенең инвариантлылығы принцибын индереү мохтажлығы тыуа. Шулай итеп, махсус сағыштырмалыҡ теорияһы ике постулатҡа нигеҙләнгән: 
59 юл:
Хәҙерге заманда ДСТ — күҙәтеүҙәр менән раҫланған иң уңышлы гравитация теорияһы.  
 
== Шулай уҡ ҡараҡарағыҙ ==
* История теории относительности
* Принцип эквивалентности сил гравитации и инерции
67 юл:
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Ҡалып:Иҫкәрмәләр|group="прим."}}{{Ҡалып:Иҫкәрмәләр|refs=Хвольсон О. Д. Курс физики (т. 2, 1911; т. 3, 1912; т. 4, 1915; т. 4 (вторая половина), 1915)}}
 
== Һылтанмалар ==
* [https://www.youtube.com/watch?v=bMFNLUZhr7Y Что такое теория относительности.] — Сағыштырмалыҡ теорияһы тураһында һөйләүсе ҡыҫҡа метражлы фәни-популяр фильм. СССР 1964.
 
[[Категория:Альберт Эйнштейн]]
[[Категория:Фәнни теориялар]]