Шәкүров Рәшит Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: == Тормошо == → == Биографияһы == using AWB
31 юл:
'''Рәшит Шәкүр''' (тулы исеме — ''Рәшит Закир улы Шәкүров'', [[11 ғинуар]] [[1937]] — башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист; [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (2012), [[Салауат Юлаев ордены]] кавалеры (2007), [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы.
 
== ТормошоБиографияһы ==
1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй<ref name="Х" /> районы [[Яңы Абдрахман]] (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.
 
43 юл:
1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге [[Башҡорт дәүләт педагогия университеты]]ның [[башҡорт теле]] кафедраһы профессоры.
 
Әҙип, публицист һәм ғалим булараҡ, өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында [[башҡорт теле|башҡорт]] һәм [[урыҫ теле|урыҫ телдәрендә]] «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе.
 
Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе [[Аҡмулла]]ның ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.