Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: == Тормошо == → == Биографияһы == using AWB
25 юл:
'''Жәлил Кейекбаев''' ([[25 октябрь]] [[1911]] — [[19 март]] [[1968]]) — күренекле [[башҡорт]] тел белгесе, ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы, [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, [[Ленин ордены|Ленин]] һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] ордендары кавалеры.
 
== ТормошоБиографияһы ==
Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Ғафури районы]]ның [[Ҡаранйылға (Ғафури районы)|Ҡаранйылға]] ауылында тыуған, [[1968]] йылда вафат булған. 1942 йылдан — КПСС һәм [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы.
 
51 юл:
== Ижади эшмәкәрлеге ==
 
Жәлил Кейекбаев утыҙынсы йылдарҙың башында шиғырҙары менән матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Уның күп кенә шиғырҙарын Ж. Табын имзаһы менән газеталарҙа, журналдарҙа осратырға була.
 
[[Мәскәү]]ҙәге Сит телдәр институтында уҡығанда, ул немец теленән башҡорт теленә тәржемә эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Жәлил Кейекбаев ике телдең дә нескәлектәрен белә. Тел мәҙәниәте талаптарын яҡшы тоя. Шуға күрә, тәржемә иткәндә әҫәрҙең оригиналдағыса яңғырауына ирешә.
 
Бөйөк художник [[Гете]], [[Гейне|Г. Гейне]] кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын, Эрих Вайнерт, Вилли Бределдең шиғыр һәм хикәйәләрен, Фр. Вольфтың «Доктор Мамлок» драмаһын, бер туған Гриммдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәрен туранан-тура башҡорт теленә тәржемәләй.
 
Шуның менән, оригиналдың стилен, дөйөм эске һулышын бар нескәлектәре менән һаҡлауға өлгәшә. Был осорҙа әле рус теленән тәржемә эше лә түбән була, ә инде башҡа сит телдәрҙән туранан-тура тәржемә итеү тағы ла һирәк ине.
63 юл:
Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа ул, юғары уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ һәм ғилми эштәр алып барыу менән бергә, балалар әҙәбиәтендә' даими эшләп килә. Уның халыҡ әкиәттәре ерлегендә яҙған әҫәрҙәре айырым йыйынтыҡтарға тупланып та сыға. Яҙыусының «Туғандар һәм таныштар» романы ҙур популярлыҡ яулай.
 
Жәлил Кейекбаев республикала [[Дмитриев Николай Константинович|Н. К. Дмитриев]] башлап ебәргән башҡорт теле ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм артабан уңышлы үҫтереүсе, ошо фәнде юғары талаптарға яуап бирерлек хәлдә ойоштороусы.
 
«Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән ҙур монографик тикшеренеүе буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, профессор Жәлил Кейекбаев тирәһендә башҡорт теле фәнен өйрәнеү буйынса һәләтле йәш ғалимдар мәктәбе ойоша һәм белгестәр әҙерләүҙә әһәмиәтле эштәр башҡарыла.
 
Күп тә , үтмәй, ул «Урал-алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәтең тамамлай. Жәлил Кейекбаевтың бөтәһе илленән ашыу ғилми хеҙмәте бар. Шулар араһында етеһе айырым китап булып сыға. Ул башҡорт теленән урта мәктәптәр, педучилище һәм юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла.
83 юл:
* [[«Почёт Билдәһе» ордены]]
* [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре
* {{External media
 
Юл 101 ⟶ 100:
 
{{Цитата|Жәлилдең һәр эшенә, бигерәк тә ғилми эшмәкәрлегенә берәгәйле, етди проблемаларҙы ҡуя белеүсәнлек хас ине. Юҡ, тел ғилемендә ул бер ваҡытта ла һәүәҫкәр булманы, кеше рухи эшмәкәрлегенең иң ҡатмарлы өлкәһен тәрән өйрәнеүҙә иһә ғилми дәрәжә алыу маҡсатын ғына күҙәтмәне. Ул барлыҡ ҡылыҡ -һыпаты менән тел ғалимы, шул фән өсөн генә донъяға тыуған кешеләй ине.| Әмир Чаныш}}
 
 
{{Цитата|Республикабыҙ тарихында яҡты йондоҙ булып балҡып уҙҙы был ғүмер.|Рәшит Шәкүр}}