М. И. Платов һәйкәле — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
}}
[[Файл:Памятник атаману М.И.Платову.JPG|rigth|thumb|Современный памятник атаману Платову в сквере Новочеркасска|240 px]]
'''Матвей Иванович Платов һәйкәле''' ― Новочеркасск ҡалаһында данлыҡлы Дон атаманы, ҡалаға нигеҙ һалыусы, кавалерия генералы һәм [[1812 йылғы Ватан һуғышы]] геройы Платов Матвей Иванович (1753—1818) хөрмәтенә ҡуйылған беренсе скульптура һәйкәле.
 
== Тарихы ==
Матвей Иванович Платовҡа беренсе һәйкәл атамандың тыуыуының йөҙ йыллығына ҡарата, [[1853 йылдыңйыл]]дың 9 майында, Новочеркасск ҡалаһында, [[Николай I]] хакимлыҡ иткән осорҙа ҡуйыла. Һәйкәл билдәле скульптор Клодт Пётр Карлович һәм архитектор А.  И.  Иванов проекты буйынса эшләнә. Уға урын ҡаланың уртаһында, Атаман Һарайы алдында Атаман скверында билдәләнә.
 
Платов һәйкәлен төҙөү өсөн Рәсәй империяһында иғәнә йыйыу иғлан ителә. Архитектор А.  И.  Иванов проекты буйынса һәйкәл төҙөүҙә билдәле скульпторҙар ҡатнаша. Һәйкәл Новочеркасскта [[1853 йылдыңйыл]]дың 9 майында асыла. Асыу тантанаһы юғарыла раҫланған церемониал буйынса бара. Ҡаланың Вознесенский сиркәүендә тантаналы литургия башҡарыла, аҙаҡ Ғәскәри түңәрәк һәм ҡунаҡтар һәйкәлгә йүнәләләр. Процессия АлександровскаяАлександр майҙанына яҡынлашҡанда, генералдың еңеүҙәре хөрмәтенә 101 залптан торған артиллерия салюты бирелә.
 
АлександровскаяАлександр майҙанына ғәскәри регалиялары (наградалар, орден, миҙалдары) сығарыла. Һәйкәлде асыр алдынан туптарҙан өс тапҡыр атыу яһала. Һәйкәл асыла. Һәйкәл постаментында атамандың генерал мундирында бөтә кәүҙәһе ҡалҡып тора. Мундир өҫтөнән бурка бөркәнгән. Платов һул ҡулында пернач тотоп тора, ә уң ҡулында - — ҡынынан һурылған ҡылыс. Һәйкәл пьедесталында семәрләп соҡоп яҙылған яҙыу «Атаман граф Платовҡа 1770 - 18161770—1816 йылдарҙағы хәрби батырлыҡтары өсөн. Рәхмәтле донлылар». Һәйкәлде бағаналарында лабристар (ике яғы үткер хәрби балта) ҡуйылған метал ҡойма уратып алған. Оҫта эшләнгән метал ҡойма Ф.  Х.  Фаслерҙың яңы ғына асылған суйын иретеү оҫтаханаһында әҙерләнә. Ҡойма тышында пушкалар урынлаштырыла.
[[Файл:Карл Мазер Новочеркасск Открытие памятника Платову.jpg|left|thumb|Карл Мазер. Платов һәйкәлен асыу|240 px]]
 
Атаман Платовҡа һәйкәл асыу тантанаһы швед рәссамы Мазер Карл Петерҙың "«Платов һәйкәлен асыу"» картинаһында сағылған<ref>[https://danilovmaster.ru/reproductions_novocherkasskiymuzeykazahcestva_856.html Мазер К. "«Открытие памятника Платову"»]</ref>.
 
70 йыл үткәс [[1923]] йылда, РСФСР халыҡ комиссарҙары Советының [[1918 йылдыңйыл]]дың 12 апрелендәге «Батшалар һәм уларҙың хеҙмәтселәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе алыу, Рәсәй Социалистиксоциалистик Революцияһынареволюцияһына арналған һәйкәлдәр проекттарын эшләү тураһында» декреты буйынса, һәйкәл постаментынан алына һәм Дон музейына тапшырыла.
 
[[1925 йылдайыл]]да элекке урында шул уҡ пьедесталға Владимир Ильич Ленин һәйкәле ҡуйыла. Платов һәйкәле ун йыл дауамында музей фондында саңланып ята, ә [[1933 йылдайыл]]да ул урындағы А.  А.  Никольский исемендәге заводта подшипниктәргә иретелә.
 
[[1988 йылдыңйыл]]дың 13 мартында РСФСР Министрҙар Советы Новочеркасск ҡалаһында һәйкәлде тергеҙергә рөхсәт бирә. Мәскәү скульпторы Александр Тарасенко атамандың скульптураһын оригиналына мөмкин тиклем яҡынайтып яңынан барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ скульптор А.  А.  Скнарин М.  И.  Платовтың яңы һәйкәле проекты авторы була<ref>[http://losevskyam.ru/index.php?catid=50%3A2012-05-20-07-39-43&id=151%3A2013-04-18-21-26-32&option=com_content&view=article Исторические памятники города Новочеркасска]</ref>.
 
[[1993]] йылда һәйкәл тәүге вариантында шул уҡ урында, шул уҡ пьедесталда икенсе тапҡыр асыла. Әммә уның күренеше тулыһынса төп нөсхәгә тап килмәй: уның тирәләй метал ҡойма юҡ, ҡойма мөйөштәрендә 1812 йылғы Ватан һуғышы өлгөһөндәге пушкалар юҡ, сквер уртаһында тәүге күренештәге фонтан тергеҙелмәгән<ref>{{Cite web|url=http://voopiik-don.ru/main/2009-06-01-10-23-39/37-2009-06-01-06-57-03/323-2009-09-25-08-29-35|title=Памятник М.И. Платову|author=|publisher=Памятники Дона|accessdate=2017-01-17}}</ref>. 1993 йылдың 16 майында һәйкәлде асыу ҙур ҡала байрамына - — Дон казактарын тергеҙеү байрамына әйләнә.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://novocherkassk.net/wiki/monuments/platov Памятник атаману М. И.  Платову]
 
== Иҫкәрмәләр ==
11 587

үҙгәртеү