Башҡорт дәүләт аграр университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:

== Тарихы ==
Башҡорт ауыл хужалығы институты, СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 237-се Ҡарары нигеҙендә, [[1930 йыл]]дың 23 июлендә асыла. Институт Совет хакимиәте тарафынан ябылған Өфө семинарияһы йортонда урынлаша. Уҡыу дәрестәре ошо уҡ йылдың [[1 октябрь|1 октябрендә]] башлана.

[[1941 йыл]]да ''Башҡорт ауыл хужалығы институты СССР Наркомземының юғары уҡыу йорто һанала һәм ошо почта адресы буйынса теркәлә: [[Өфө|Өфө ҡалаһы]], [[Карл Маркс| Карл Маркс урамы]], өсөнсө йорт.

Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тороу сәбәпле беренсе уҡыу йылында уҡыусылар ике тапҡыр ҡабул ителә: сентябрҙә 99 уҡыусы, ә апрелдә — 45. Уҡырға инеүселәрҙен күбеһе махсус урта белемле булыу сәбәпле, ҡыҫҡартылған программа менән 3,3 йыл уҡыйҙар.
1931 йылдын апрелендә уҡырға инеүселәр 4 йыл уҡый. Институтта бер үк ваҡытта әҙерлек факультеттары эшләй. Был йылда унда 303 кеше белем ала.

1930—1931 йылдарҙа тәүге биш кафедра булдырыла: физика, дөйөм һәм агрохимия, ботаника, зоотехния, ауыл хужалығын механизациялау. Был составта 13 уҡытыусы, шулар иҫәбендә профессор, биш доцент һәм ете асистент эшләй.

1933 йылда институт советы булдырыла, унын сотавына профессорҙар, уҡытыусылар, студенттар инә.

Һуғышҡа тиклемге (1933—1937) йылдарҙа директор М. Н. Ғумәров — юғары уҡыу йорто кафедраларын билдәле ғалимдәр менән тулыландыра: профессор Н. А. Дроздов, доцент А. С. Шутко, профессор Л. С. Пирогов, доцент Х. Р. Султанаев, доцент Б. М.Сәхәутдинов, профессор П. А. Положенцев, профессор А. Н. Богданов, профессор И. Я. Прицкер.

1934 йылдын ин ҙур ваҡиға — 500 га ерҙә уҡыу-тәжрибә хужалығын булдырыу. Бында ферма, умарталыҡ, баҡса, емеш-еләк баҡсаһы, селекция баҫыуы, метеорология станцияһы һ.б. урынлаша.
В 1934 г. БСХИ приобрел статус вуза союзного значения, что явилось результатом признания его заслуг.
1934 йылда институтҡа БАССР-ҙын Үҙәк Башҡарма Комитетыны һәм Яҙыусылар Союзы рәйесе Авзал Мөхөтдин улы Таһиров исеме бирелә.
1937 йылда «халыҡ дошманы» иҫәпләнеп, Авзал Таһиров атып үлтерелгәс, ошо уҡ йылдын 9 авгусында БАССР-ҙын Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарары менән институт Авзал Таһиров исемен юғалта.

Һуғыш йылдарында коллективҡа эвакуацияға эләккән ғалимдар килә: Ленинград ауыл хужалығы институтынан профессор С. В. Афанасьев, Мәскәүҙән профессор И. И. Порошков, профессор Н. И. Курбатов, Одессанан доцент А. И. Закин.

1943 йылдын декабрь айына институтта 38 уҡытыусы эшләй, шулар иҫәбендә биш профессор һәм фән докторҙары, 18 доцент һәм фән кандидаттары, 15 ассистент, йәғни уҡытыусыларҙын 60,5 % ғилми дәрәжәгә һәм исемгә эйә була.
Һуғыш йылдарында 176 агроном һәм зоотехник әҙерләнелә.

1944—1949 йылдарҙа профессорҙар А. Н. Богданов, К. Т. Маньков, П. А. Положенцев, М. Н. Родигин һәм С. Н. Тайчинов етәкселегендә аспирантура асыла.

1947 йылға студенттар 533 кеше, шулар иҫәбендә агрономия факультетында — 237, зоотехнияла — 156, ветеринарияла — 140 кеше.

1954 йылдан башлап институт агрономия фәндәре буйынса кандидатлыҡҡа диссертация яҡлау хоҡуғы ала, ә киләһе йылдан — зоотехния, ветеринария, инженерия һәм экономика фәндәре буйынса.

1967—1970 йылдар эсендә генә ете докторлыҡ һәм 35 кандидатлыҡҡа диссертация яҡлана. Ғилми совет йыл һайын уртаса 20 кандидатлыҡҡа диссертациялар ҡарай.

1970—1971 уҡыу йылында институтта 40 кафедрала 290 уҡытыусы эшләй, шуларҙын 11 профессор һәм докторҙар, йөҙҙән артығы доценттар һәм кандидаттар.

«Экономика һәм ауыл хужалығын ойоштороу» (1966 г.), «Бухгалтер иҫәбе һәм ауыл хужалығында анализ» (1969 г.) кеүек яны факультеттар эшләй башлай.

'''Ҡаҙаныштары'''

СССР студенттары араһында ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында институттың 37 уҡыусыһы бүләкләнә.

1979 йылда Волга буйы зонаһы олимпиадаһында институттын 14 студенты призлы урын яулай.

1979 йылда Ульяновск ҡалаһында үткән ғилми-техник күргәҙмәнен зона ярышында институт 16 диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

1978—1981 йылдарҙа уйлап табыу, рационализаштырыу һәм патент-лицензия эштәре буйынса конкурста институт СССР-ҙын ауыл хужалығы министрлығынын III дәрәжәле Дипломы, 1982 йылда II дәрәжәле Дипломы менән бүләкләнә.

1980 йылдын көҙөндә Башҡорт ауыл хужалығы институты нигеҙләнеүенә 50 йыллыҡ тантана үткәрә. Юғары квалификациялы ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә һәм фән үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн СССР-ҙын Юғары Советы Президиумы Ҡарары менән 1980 йылдын 4 ноябрендә институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

70-80-се йылдар күрһәткесе буйынса илден 108 ауыл хужалығы уҡыу йорттары араһында тәүге унауҙар эсенә инә.

Ул [[1993 йыл|1993 йылда университет]] статусы алды.