Студент: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Ryanag Студент (талип) битенең исемен йүнәлтеү өҫтөнән үҙгәртте. Яңы исеме: Студент
1 юл:
[[Файл:Muehlberg_02_einflotterbursche.jpg|мини|398x398пкс|«Идеаль студент» (1900 йыл)]]
'''Студент''' (''талип''; {{lang-la|studens}} — тырышып эшләүсе, уҡыусы) — юғары уҡыу йортонда, ә ҡайһы бер илдәрҙә урта уҡыу йорттарында уҡыусы кешенең атамаһы. [[Боронғо Рим]] һәм Урта быуаттарҙа өйрәнеү процессы менән мәшғүл булыусы һәр кемде студент тип атағандар. [[XII быуат]]та университеттар барлыҡҡа килеү менән был термин шунда уҡыусыларҙы һәм уларҙы уҡытыусыларҙы атау өсөн ҡулланыла башлай. Уҡытыусылар өсөн ғилми дәрәжәләр (магистр, профессор һ. б.) индерелгәндән һуң студент атамаһы менән уҡыусылар ғына исемләнә башлай.
 
Көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттар юғары уҡыу йортона даими рәүештә йөрөп, лекция тыңлай, семинар дәрестәрҙә ҡатнаша. Шуларҙың һөҙөмтәһе итеп һынау һәм имтихан тапшыралар, үҙҙәренең һөнәре буйынса курс эштәре башҡаралар, практика үтәләр. Һөнәрҙе үҙләштереү буйынса бөтә баҫҡыстарҙы үтеп бөткән студенттар диплом (сығарылыш квалификация эше) эшен башҡара. Барлыҡ илдәрҙә һәм һәр дәүерҙә үҙ асылыңды табыу, үҙ өҫтөңдә тырышып эшләү студент тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Был процесс үҙешмәкәрлектә ҡатнашыу, йәмәғәт һәм фәнни эшмәкәрлек менән булышыу һ.б. аша бойомға ашырыла.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Студент» битенән алынған