Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
категория
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
35 юл:
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Ғәзим Шафиҡовтың ижади юлы [[Башҡорт дәүләт университеты]]нда уҡыған йылдарҙан башлана: ул нәҡ ошо осорҙа шиғриәт менән әүҙем мауыға. Университетты тамамлап, йәштәр гәзитендәге хеҙмәте дәүерендә ул журналистиканың иң алдынғы жанры публицистикала эшләй. [[Башҡорт теле|башҡорт]]санан [[урыҫ теле|урыҫ]]саға тәржемә итеү ҙә уның көндәлек эшмәкәрлегенә әйләнә. Йылдан-йылы республикала киң билдәлелек яулай барған әҙип үҙен шулай уҡ проза һәм драматургия өлкәләрендә лә, сценарийҙар яҙыуҙа ла уңышлы һәм емешле һынап ҡарай. Уның «Операция» һәм «Иҫке фатир» исемле спектаклдәре [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры]] сәхнәһендә бер нисә миҙгел буйы тамашасыларҙы йәлеп итте. Әҙиптең сценарийҙары буйынса бер нисә документаль фильм, шул иҫәптән ике тапҡыр [[Советтар Союзы Геройы]] хәрби летчик [[Гәрәев Муса Ғaйса улы|Муса Гәрәев]] хаҡында — «Шоңҡар», [[Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле|Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле]] тураһында — «Күңел ҡанаттары», [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] флотатор [[Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы|Нурия Муллаҡаева]]ға арналған «Муллаҡаеваның йондоҙо» һәм башҡалар төшөрөлдө. Әҫәрҙәре өсөн яңы темалар һәм геройҙар эҙләп, ул республиканың ҡала һәм райондары буйлап ижади командировкаларға йыш сыға<ref>[http://delogazeta.ru/chrono/read/1967.html Нефтекамск. Хроника дат и событий. Январь 1967 года — «Деловая газета»]{{ref-ru}}</ref>.
"Атыу"(1999), "Сыңғыҙхандың күләгәһе"(2007)романы, "Аттила"(2002)трагедияһы авторы.
 
== Баҫылған китаптары ==