Һенри Форд: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Иҫкәрмәләр: clean up using AWB
Assele (фекер алышыу | өлөш)
35 юл:
Ирландиянан күсеп килеп, Детройттың ситендә йәшәгән ғаиләлә тыуған. 16 йәшендә өйөнән ҡасып китеп, Детройтта эшкә урынлашҡан. 1891—1899 йылдарҙа «Эдисондың Электрик компанияһында» (Edison Illuminating Company) инженер-механик, һуңғараҡ баш инженер булып эшләгән 1893 йылда эштән буш ваҡытында үҙенең тәүге автомобилен конструкциялаған. 1899—1902 йылдарҙа "Детройт автомобиль компанияһы"нда милектәш булған, әммә төп хужалар менән низағлашып, уларҙан айырылып сыға ла, 1903 йылда Форд Мотор Компани төҙөгән, ул башта Ford A маркалы автомобилдәр сығарған.
 
«Форд мотор компани»ға был өлкәлә монополия тоторға маташҡан синдикаттар аяҡ сала башлай. 1879 йылда Дж. Б. Селден төп принциптары ғына һүрәтләнгән, әле эшләнмәгән автомобилдең проектын патентлап ҡуя. Селден тәүге тапҡыр патент хоҡуҡтары боҙолоуҙа ғәйепләп судҡа биреп, отоуы була, автомобиль етештереүсе комапанияларҙыңкомпанияларҙың байтағы тейешле лицензиялар алырға тотона һәм" законлы фабриканттар ассоциацияһы" төҙөй. «Форд мотор компани»ға ҡаршы Селден тарафынан бирелгән шикәйәтте ҡарау 1903—1911 йылдарҙа бара. «Законлы фабриканттар» Форд автомобилдәре алыусыларға ла суд менән янайҙар хатта. Әммә Форд бирешмәй, финанс яғы «законлы фабриканттарҙан» ҡайтыш булһа ла, һатып алыусыларына яҡлау һәм ярҙам тәьмин итәсәген белдерә. Форд процесты оттора, әммә эште ҡайтанан ҡарап, суд автомобиль сығарыусыларҙың береһенең дә Селдендың хоҡуҡтарын боҙмауын таный, сөнки улар бүтән двигатель була. Монополия берлеге шунда уҡ тарҡала, ә Һенри ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлаусы даны ала<ref>[http://historystudies.org/2012/07/shpotov-b-m-genri-ford/ Шпотов Б. М. Генри Форд стр.58]</ref>.
 
Иң ҙур уңышты фирмаға 1908 йылда Ford T моделен сығарыу килтерә. 1910 йылда Форд «Һайленд парк» заводын аса, ул иң һуңғы техник ҡаҙаныштарға нигеҙләнгән, яҡты һәм елләтелеп торған предприятие була. 1913 йылдың апрелендә йыйыу конвейерын файҙаланыу буйынса тәүге тәжрибә үткәрелә башлай. Беренсе йыйыу берәмеге генератор була. Генератор йыйыуҙа һыналған принцип бөтә двигателде йыйыуҙа ҡулланыла. Бер эшсе двигателде 9 сәғәт 54 минутта йыя. Йыйыу 84 эшсе эшләй торған 84 операцияға бүленгәс, йыйыу ваҡыты 40 минуттан артығыраҡҡа ҡыҫҡара. Автомобиль бер урында эшләнгән ваҡытта шасси йыйыуға 12 сәғәт 28 минут эш ваҡыты киткән. Хәрәкәт итеүсе платформа ҡуйыла һәм шассиның өлөштәре сылбырға эленгән ырғаҡтар йәки ҙур булмаған моторлы арбалар менән килтерелә. Шасси йыйыу ваҡыты ике тапҡырға кәмей.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һенри_Форд» битенән алынған