Колбаса: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
 
Сейләтә ыҫланған колбасала 13—28 % аҡһым, май — 28—57 %, энергетик ҡиммәте — 100 грамында 340—570 ккал.
 
=== Сейләтә ҡаҡланған колбасалар ===
Маринадланған ит фаршынан әҙерләнә. Һалҡын төтөндә 3-4 тәүлек ыҫлана. Ит ферментациялана һәм дымһыҙлана, шунан 15-18 градус температурала ҡаҡларға ҡуйыла. Сейләтә ҡаҡлаған колбасаға миҫал итеп Суджук колбасаһын күрһәтергә була.
 
=== Үпкә-бауыр (ливер) колбасаһы ===
Ливер колбасаһы<ref>ГОСТ Р 54646-2011</ref> башлыса бешерелгән субпродукттарҙан (бауыр, ит киҫәктәре һәм башҡанан) әҙерләнә; шулай уҡ йомортҡалар (йомортҡа колбасаһы), йәшелсәләр, һөт, аҡ май һәм башҡа өҫтәлмәләр файҙаланылыуы мөмкин. Ливер колбасаһы башҡа колбасаларҙан пастаға оҡшаған консистенцияһы менән һәм фаршының да, тышлығының да һоро йәки аҡ-һоро төҫө менән айырыла.
 
Рәсәйҙә ливер колбасалар, мускул туҡымаһы менән бәйләп алғанда, 3 категорияға бүленә: А (40 %-тан артыҡ), Б (20 % -тан 40 %-ҡа саҡлы) һәм В (20 %-тан кәм).
 
Ливер колбасаһы составында 10—18 % аҡһым, 12—44 % май бар; уның энергетик ҡиммәте – 100 грамында 196—444 ккал. Натураль тышлыҡ эсендәге ливер колбасаһының һаҡлау срогы сағыштырмаса аҙ, 3 тәүлектән кәмерәк; әммә вакуум ҡаптар йәки модификацияланған атмосфералы ҡаптар ҡулланғанда, шулай уҡ колбаса составында консерванттар булған өсөн, һаҡлау срогы 30 тәүлеккә тиклем дауам итә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Колбаса» битенән алынған