Себер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
309 юл:
Рустарҙың Себергә үтеп инеүе бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташҡаны киң билдәле. Новгородлыларҙың IX быуатта уҡ Аҡ диңгеҙҙән Югор шары боғаҙына саҡлы һәм унан да ары, Кар диңгеҙенә саҡлы, барғаны тарихсыларға билдәле. Бындай диңгеҙ сәйәхәттәре тураһындағы йылъяҙма мәғлүмәт 1032 йылға ҡайтып ҡала, һәм был рус тарихнамәһендә Себер тарихының башы булып һанала. Артабанғы дәүерҙәрҙә, Югор шарына ҡиммәтле тиреләр алып ҡайтыу маҡсатында, новгородлылар регуляр рәүештә йөҙөүҙәр ойошторған. Новгородлы Андрийҙың 1139 йылда, сауҙа маҡсаты менән, Обь йылғаһы буйҙарына йөҙөп барыуы һәм унан ҡиммәтле йәнлек тиреләре тейәлгән ҙур йөк алып ҡайтыуы тураһында тәүге иҫкә алыу ҙа билдәле. Обь йылғаһы тамағында рус сауҙагәрҙәре, үҙ тауарҙарын себер йәнлек тиреләренә алмаштырып, сауҙа (торг) ойошторған рус тораҡ пункты (поселение) ла булған. Айырым алғанда, ғалим Кызласов Леонид Романович «Себерҙең боронғо ҡалалары» хеҙмәтендә XII — XIII быуат баштарында рус сауҙагәрҙәренең ваҡыты-ваҡыты менән Себергә, Йәнәсәй йылғаһына, Ҡырғыҙ ҡағанаты ҡалаларына саҡлы <ref>{{Cite web|url = http://www.e-reading.club/chapter.php/151236/16/Burovskiii%2C_Verhoturov_-_Pokorenie_Sibiri__Mify_i_real%27nost%27.html|title = Покорение Сибири: Мифы и реальность|author = А. Буровский, Д. Верхотуров|work = |date = |publisher = }}</ref>үтеп ингәнлеге тураһында яҙған. Профессор Кызласов раҫлауынса, урта быуаттар Себеренең (ул саҡта Мәскәү Русе составында, әлбиттә, булмаған) төп сауҙа үҙәктәре булып бөгөнгө көнгә килеп етмәгән, юғалған Грустина һәм Серпонов ҡалалары булған.<ref>{{Cite web|url = http://www.nbdrx.ru/pdf/Kyzlasov/ax0000101.pdf|title = Загадка Грустины и Серпонова, торговых городов средневековой Сибири|author = Кызласов Л.Р.|work = |date = |publisher = }}</ref>.
[[Файл:Surikov Pokoreniye Sibiri Yermakom.jpg|thumb|right|240px|[[Суриков, Василий Иванович|В. Суриков]]. «Покорение Сибири Ермаком». Холст, масло. 1895]]
[[Файл:Surikov Pokoreniye Sibiri Yermakom.jpg|thumb|right|240px|Василий Иванович Суриков. «Ермактың Себерҙе алыуы». Холст, май. 1895]]
 
=== XV—XVII быуаттар ===
<blockquote>1483 йылда Иван III ҡушыуы буйынса мәскәү «һыу караптары ғәскәренең» («судовой рати») Көнбайыш Себергә ҙур походы ойошторола. Пельм (Свердловск өлкәһе Гарин районы) эргәһендә вогулдарҙы (мансы) ҡыйратып, ғәскәр Тобол ҡушылдығы Тавда йылғаһы буйлап, һуңынан Тура һәм Иртыш йылғалары буйлап, Иртыштың Обь йылғаһына ҡойған еренә тиклем барып еткән. Был поход һөҙөмтәһендә вогул кенәздәренең Бөйөк Мәскәү кенәзлегенән вассал бойондороҡлоғо барлыҡҡа килгән һәм Иван III Бөйөк Югор кенәзе, Кондин һәм Обдор кенәзе тигән титулдарға лайыҡ булған<ref>Каргалов В. В. Московские воеводы XVI—XVII вв.</ref>.</blockquote>
 
Алтын Урҙа тарҡалғас, 1495 йылдар тирәһендә, урындағы Тайбуғ кенәз быуындары – тайбуғиндар һәм сыңғыҙсылар нәҫеленән булған Мөхәммәт Шейбани хан быуындары – шейбанидтар араһында власть өсөн даими көрәш барған биләмәләрҙә Себер ханлығы барлыҡҡа килгән. 1555 йылда Себер ханлығы Рус батшалығы составына ингән — тайбуғин ырыуы хакимдары Едигер хан һәм уның туғаны Бекбулат Иван Яуыз (Грозный) батшаға подданлыҡҡа алыуын үтенеп мөрәжәғәт иткән һәм уның ризалығын алғас, ҡиммәтле тиреләр менән яһаҡ түләй башлай («рәсми властар», яһаҡ йыйған һәм Себер ханлығында күпмелер ваҡыт дауамында үҙҙәрен башҡа бер төрлө лә күрһәтмәгән).
 
1563 йылда үзбәк хакимының улы — шейбанид Күсем хан — дәүләт түңкәрелеше ойошторған һәм властҡа килгән. Баштараҡ ул Рәсәй дәүләте менән вассаллыҡ мөнәсәбәттәренә таянған, ләкин 1572 йылда, Ҡырым ханлығы хакимының Мәскәүгә поход ойошторғаны менән файҙаланып, ул был мөнәсәбәттәрҙе өҙгән һәм Рус батшалығына ҡаршы хәрби хәрәкәт башлай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Себер» битенән алынған