Детройт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Assele (фекер алышыу | өлөш)
95 юл:
Шул осорҙа раса буйынса ҡыҫырыҡлау ныҡ көсәйә, һөҙөмтәлә [[1943]] йылдың июнендә ҡала урамдарында бола башлана, өс көн дауамында расалар араһында һуғыш, үлтереш дауам итә.
 
Детройтта йәшәгән халыҡ һаны [[1950]] йылда иң юғары нөктәлә була. Был ваҡытта унда 1,8 миллион кеше йәшәй. Әммә 1950 йылдан был һан кәмегән-дән кәмей бара<ref> Seelye, Katherine Q. "Detroit Population Down 25 Percent, Census Finds". The New York Times. 22 март, 2011 й. {{ref-en}}</ref>. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Детройтта һәм башҡа эре Америка ҡалаларында автомагистралдәр һалына башлай. Тиҙ йөрөшлө автоюлдар селтәре автомобилдә йөрөүҙө еңеләйтә, халыҡ күпләп ҡала ситтәренә йәшәргә күсә башлай. Был үҙгәрештәр етештереү ойошмаларының шулай уҡ ҡала ситтәренә күсеүенә килтерә.
 
Детройт [[1960]] йылдарҙа башланған [[Афроамериканлыларҙың граждан хоҡуҡтары өсөн көрәш хәрәкәте]]ндә төп роль уйнай. [[1963]] йылда хәрәкәттең юлбашсыһы [[Мартин Лютер Кинг]] Детройтта телмәр тота. [[1964]], [[1965]] йылда афроамериканлылр хәрәкәте граждан хоҡуҡтарына ирешеүҙә мөһим уңыштарға ирешкән арала, ҡалала полиция һәм афроамериканлы йәштәр араһындағы мөнәсәбәт киҫкенләшә, [[1967]] йылдың июлендә ҡала урамдарында бола ҡуба. Һөҙөмтәлә 43 кеше хәләк була, 467-һе яралана, 7200 кеше ҡулға алына, 2000-дән ашыу бина емерелә. Меңәрләгән фирма ябыла йә хәүефһеҙерәк күрше-тирә урындарға күсә. Ҡыйралған райондар унар йыллап емереклек аҫтында ята<ref> Sidney Fine, Violence in the Model City: The Cavanaugh Administration, Race Relations, and the Detroit Riot of 1967. 1989 {{ref-en}}</ref>. Был АҠШ-лағы иң ҡыйралышлы бола була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Детройт» битенән алынған