Гипертония: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: '''Гипертония''' - иң киң таралған йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан иҫәпләнә. Планетала һәр бишенсе кеше ...
(айырмалар юҡ)

10:17, 12 июнь 2011 өлгөһө

Гипертония - иң киң таралған йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан иҫәпләнә. Планетала һәр бишенсе кеше ошо ауырыу менән яфаланһа, Рәсәйҙә — һәр өсөнсө кеше ошо ауырыуға дусар. Был ауырыуҙы кеше үҙе лә һиҙмәҫкә мөмкин. Ваҡыты-ваҡыты менән баш ауырта, кеше көйһөҙләнә, башы әйләнә, хәтере насарая, эш һөҙөмтәлелеге кәмей. Бер аҙ ял иткәс, барыһы ла үткән кеүек тойолһа ла, йылдар буйына уға иғтибар итмәү ауырыуҙың аҙыуына килтерә. Баш ауыртыу, баш әйләнеү даими күҙәтелә, аяҡтар хәлһеҙләнә. Шуға ла үҙ ваҡытында врачҡа мөрәжәғәт итеү – иң тәүге аҙым

Артериаль гипертонияның эҙемтәһенән СПИД, яман шеш ауырыуҙары һәм туберкулездан үлгән кешеләрҙән дә күберәк вафат була. Гипертония ауырыуы билдәләре арыу билдәләре менән күпселектә тап килә, шуға күрә лә ауырыуҙарҙың күбеһе үҙенең ошо диагнозы хаҡында «Ашығыс ярҙам» врачынан ғына ишетә. Үҙ һаулығыңа битараф булмау, йәшәү рәүешен үҙгәртеү һәм грамоталы терапия аша ғына оптималь ҡан баҫымына ирешеп була, ти белгестәр.

Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link GA