Алтыншин Ғаяз Сәғит улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
30 юл:
Ғаяз ғәиләлә дүртенсе бала. Уҡырға бармаҫ элек үк өлкәндәр менән тиң шахматта уйнай ала, бала саҡтан бокс, самбо, дзюдо менән мауыға.
 
Кинйә малайға рассәм, фотограф, аҙаҡ Ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡыған ағаһы Илдарҙың ҙур йоғонтоһо тойола. Уға оҡшап ҒаяздаҒаяз да инженер булырға хыяллана.
 
Мәктәптә егетте атаһы кеүек рассәм булыр тип уйлайҙар. Ә ул имтихандарҙы еңел генә биреп, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға инеп китә. Беренсе курстан уҡ спектаклдарҙә төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Геройҙарҙы уйнарлыҡ актер буласаҡ — тиҙәр уның тураһында. Уҡыуы 1984—1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеүе сәбәпле, өҙөлөп тора.