Ен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Джинн" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Blessing_genie_Dur_Sharrukin.jpg|мини|Ен һүрәте төшөрөлгән боронғо ашшур ташы  ]]
'''Ен''' ([[Ғәрәп теле|ғәр.]]<span> </span>جن&#x200E; "жин") — ғәрәп мифологияһындағы зат, һуңынан [[ислам]] тәғлимәтенә инеп  китә, яуыз көстәргә инәҡарай. Исламға тиклем ғәрәптәр ендәргә табынған. Исламға ярашлы, ендәр төтөнһөҙ саф ялҡындан яралтылған, кешенең  5 һиҙеү ағзаһының береһе лә уны тоймай, кешеләр йәнәшендә йәшәй, уларҙан алдараҡ барлыҡҡа килгән, кешеләр кеүек үк Аллаға ышаныу-[[Атеизм|ышанмауҙары]] мөмкин. 
 
Ғәрәп  мифологияһында ендәрҙең дүрт төрө бар: ғифрит, гүл, силә, мәрид (мәлик). Улар араһында иң ҡеүәтлеһе һәм яуызы — ғифрит, утты уйнатыусы был ен иблескә хеҙмәт итә һәм кешегә етди зыян яһарға һәләтле.<ref>[http://dic.academic.ru/dic.nsf/islam/371/%D0%98%D1%84%D1%80%D0%B8%D1%82 Ифрит]</ref> Гүл  — ғәрәп мифтарындағы зат, ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә, сүллектәрҙә һәм зыяраттарҙа йәшәй, яңы йән биргән үләкһә менән туҡлана. Мәридтәр (мәликтәр) — һауа ендәре, аҡыллылар, бөтә ендәрҙең батшаһы тип һаналалар. Силә — ендәрҙең иң көсһөҙө, ҡиәфәтен үҙгәртә алмай һәм ағастан ҡурҡа  (ағас таяҡ менән бер һуҡҡандан да үлә).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ен» битенән алынған