Падишаһ мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
68 юл:
 
== Архитектураһы ==
Лахор халҡы уны донъяла иң ҙур тип иҫәпләйҙәриҫәпләй. Мәсеттең эске ихатаһы үлсәмдәре — 159 × 527 м. Мәсеттең һигеҙ манараһы бар: дүртәүһе ғибәҙәт залы мөйөштәрендә һәм шунса уҡ мәсетте уратып алған стена мөйөштәрендә. Тышҡы манараларҙың бейеклеге — 62 метр. Ғибәҙәт залы өҫтөндә, ҡомташтан эшләнгән ҡыҙыл манаралар менән ҡырҡа контрасланыусы, өс ҙур аҡ мәрмәрҙән көмбәҙ күтәрелә{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Мәсет, [[Шалимар баҡсалары]] һәм [[Лахор ҡәлғәһе]] ҡаршыһында, иҫке ҡала өҫтөндә күтәрелеп торған бейек платформала төҙөлгән. Уның төп инеү урынына өс яҡтан, ҡыҙыл ҡомташтан эшләнгән терраса янында тамамланыусы, 22-шәр һикәлтәле баҫҡыс илтә. Мәсеткә төп инеү урыны 19,8 метр бейеклектәге, күп бәләкәй башнялары ослайып торған, ике яруслы павильон. Павильон өҫтөндә семәрләп биҙәлгән бейек өс үҙәкле көмбәҙ күтәрелә{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Монументаль ҡапҡа аша ҙур эске ихатаға инеп була. Дүрт бейек манара күркәм аҡ мәрмәрле павильон менән барып бөтә. 1840 йылғы ер тетрәү һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан павильондарға алмашҡа төҙөлгән хәҙерге павильондар XIX быуаттағыларының күсермәһе булып торалар {{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.
Өс яруслы манараларҙың тышҡы диаметры 20,2 метр тәшкил итә. Диаметры 2,55 метр булған түңәрәк шахта эсендә манараның түбәһенә илтеүсе 204 һикәлтәнән торған бормалы баҫҡыс һалынған{{sfn|Низовский А. Ю.|2006}}.