Довженко Александр Петрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфография
34 юл:
Александр Довженко 1894 йылдың 29 августында (10 сентябрендә, башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда — 12 сентябрь) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә Чернигов губернаһы Сосницк өйәҙе Вьюнище хуторында (хәҙер Чернигов өлкәһе райондарының береһе булған ҡала тибындағы Сосница ҡасабаһы) тыуа.
 
Довженконың ата - бабалары — ХVIII быуат уртаһында Сосницала ултыраҡланған Полтава чумактары (йөк ташыусы, сауҙа итеүсе). Довженколарҙың документтарҙан билдәле тәүгеһе —1760 йылдарҙа тыуған Карп. Карп Довженконың улы — Григорий 1786 йылда тыуа. Тарас Григорьевич Довженко (Александр Петровичтың ҡарт олатаһы) 1812 йылда тыуған. Довженколарҙың ҡушаматы Тарасовичтар унан килә. Уның ике улы була — Семён һәм СумуилСамуил. Семен Тарасовичтың улы — Пётр Семёнович —Александр Петрович Довженконың атаһы. Ҡарт олатаһы Тарас бик оҫта хикәйәсе була. Ғаиләләге тәрбиәсе булараҡ уның бәләкәй Сашаға бик ҙур йоғонтоһо була.<ref>http://www.siver-litopis.cn.ua/arh/1995/1995-n6/1995n06r08.pdf</ref>
 
Ата-әсәһе уҡый - яҙа белмәй. Ғаилә ярлы йәшәй: ерҙәре аҙ булмаһа ла, уңдырышһыҙ була. Балалар күп тыуа — 14, улар араһынан тик өсәүһе генә тере ҡала — Александр, уның апаһы Полина һәм Трифон. Балалары бик иртә үләләр, береһе лә тиерлек эшкә яраҡлы булмай. Александр Довженконың баласаҡ хәтирәләре гел "илау һәм ерләү" менән тасуирлана. Үҙенең әсәһе тураһында Довженко: "йыр өсөн тыуған, мәңгегә оҙатып, ғүмере буйы илап йәшәне", тип яҙған<ref name="znatok.ua">[http://www.znatok.ua/dovzhenko Довженко Александр / Известные люди Украины]</ref>.