Башҡорт ихтилалдары (1735—1740): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
75 юл:
Ихтилалдың яңынан тоҡанып китеүенең сәбәбе - 1739 йылдың ғинуарында башланған йәниҫәп алыу (перепись). Йәниҫәп алыуҙы башҡорттар яңы һалым, бигерәк тә йән башына һалым һалыу сараһы кеүек ҡабул иткән. Башҡорттарҙың был сараны өҙөү өсөн тырышлыҡтары (саботаж), [[Петербург]]ҡа үтенес ҡағыҙы менән барасаҡ вәкилдәргә паспорт биреүҙе талап итеүе йәниҫәп алыуҙы туҡтатып тороуға килтергән.
 
Ихтилалдың 3-сө этабында элекке башҡорт ихтилалдарының идеяһы — Рәсәй ватандашлығынан (подданство) баш тартыу - яңынан ҡалҡып сыҡҡан. ''Юлдаш-мулла'' етәкселегендәге башҡорттарҙың бер төркөмө, яңы таяныс эҙләп, [[Жунгарҙар|жунгарҙар]]ғажунгарҙарға мөрәжәғәт иткән. Бәғзе башҡорттар ҡаҙаҡтар менән берлек төҙөүгә йүнәлеш алған, ләкин [[Кесе жуз|Кесе]] һәм [[Урта жуз|Урта жуз]]даржуздар быны кире ҡаҡҡан, ярҙам итеүҙән һәм таяныс булыуҙан баш тартҡан.
 
1739 йылдың декабрендә йәниҫәп алыу яңынан башланған. Башҡорттар уны һаман да һанға һуҡмаған, әммә крайҙа төҙөлгөн ҡәлғәләрҙең халҡын иҫәпкә алғандар. 1739—1740 йылдар сигендә [[Силәбе]] ҡәлғәһенең Иҫәп алыу китабы барлыҡҡа килгән.