Ацтектар: өлгөләр араһындағы айырма

үҙәк Мексикалағы индеецтар
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ацтектар - Мексикала йәшәүсе, бигерәк тә нахуатль теле туған теле булған халыҡ…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

10:39, 22 октябрь 2016 өлгөһө

Ацтектар - Мексикала йәшәүсе, бигерәк тә нахуатль теле туған теле булған халыҡ. Ацтек (Ацтекатль) нахуатль телендә «берәү Ацтландан» тигәнде аңлата. Ацтлан - шул ваҡыттың нахуатль телендә һөйләшеүсе халыҡ мәҙәниәте өсөн мифологик урын.

Ацтектар цивилизацияһы XIV-XVI быуаттарҙа, Месоамерика хронологияһында һуңғы пост-классик дәүерендә Урта Американың байтаҡ ҙур өлөшөн биләп торған.

Мехикаларҙың ышаныуҙары буйынса Мехико-Теноститлан күл уртаһындағы утрауҙа, Ацтланда урнашҡан, һәм уның халҡы ацтекатль тип аталған. Бынан ацтек һүҙе килеп сыҡҡан. Йыш ҡына "ацтек" төшөнсәһе Теночтитлан (хәҙерге ваҡытта Мехико ҡалаһы урынында) Мехика кешеләрен аңлата.

Ҡайһы ваҡыт төшөнсә шулай уҡ Теночтитландың ике мөһим ҡала-дәүләтен - Техкокодағы Акольхуа һәм Тлакопандаг Тепанекты үҙ эсенә ала, был ҡалалар бөтәһе бергә ацтектарҙың өслөк альянсын - "Ацтек империяһын" тәшкил иткән.

13-сө быуаттан башлап, Мехико Үҙәне Ацтек цивилизацияһының йөрәге булып торған: бында Техкоко Күлендәге утрауҙарҙа ацтектарҙың өс альянсының баш ҡалаһы Теночтитлан урнашҡан. Өслөк альянсының сәйәси гегемонияһы Мехико Үҙәненән бик алыҫ ерҙәргә тиклем еткән.

Халыҡ какао эсемлеген яратҡан, шунан тыш какаоны төрлө ризыҡтар яһауҙа ҡулланған. Ацтектарҙа аҡса ролен дә какао орлоҡтары үтәгәне билдәле. Хатта аҡсаны ялғанлап ерҙән, йәки балсыҡтан яһау осраҡтары ла булған. Миҫал өсөн: бер ҡорбан өсөн «сифатлы» ҡолдоң баһаһы 4000 какао орлоғо булған.