Боярский Михаил Сергеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Михаил Сергеевич Боярский (26 декабрь 1949, Ленинград) - театр һәм кино актеры, йы…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

08:28, 17 октябрь 2016 өлгөһө

Михаил Сергеевич Боярский (26 декабрь 1949, Ленинград) - театр һәм кино актеры, йырсы, алып барыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984 йыл), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990 йыл). 1988 - 2007 йылдарҙа — Санкт-Петербургта "Бенефис" театры етәксеһе.

Биография Михаил Боярский Ленинградта 1949 йылдың 26 декабрендә Комиссаржевская исемендәге актерҙар Сергей Александрович Боярский (1916-1976) һәм Екатерина Михайловна Мелентьева (1920-1992) ғаиләһендә тыуа. (См. Боярские (актерская династия)). "Миңә тормошта һәр ваҡыт уңайлылыҡ етмәне. Беҙ, атай-әсәйем менән Гончаренко урамындағы коммуналкала, алты метрлы, һыуыҡ һыуы ғына булған, ултырғыстары ла, өҫтәле лә булмаған бүлмәлә биш кеше ҡомаҡтар менән бергә йәшәнек", — тип иҫкә ала Боярский (башҡа әңгәмәһендә Боярский бүлмәлә мейес, буфет, түңәрәк өҫтәл һәм телефон бар ине тип һөйләй). Һуңыраҡ ғаилә ҡаланың башҡа районына ике бүлмәле фатирға күсә. Ул фортепиано класы буйынса Консерватория эргәһендәге музыка мәктәбендә уҡый. Михаил Боярский әйтеүенсә, музыкаға уҡыу оҡшамағанлыҡтан, ул артабан Консерваторияға уҡырға инмәй. Мәктәптән һуң Ленинград театр, музыка һәм кинематография дәүләт институтына уҡырға инә (Л.Ф. Макарьев курсы). Уны 1972 йылда тамамлағандан һуң, Ленсовет театры режиссеры Игорь Петрович Владимировҡа тыңлауға килә һәм уның труппаһына алына. Театр карьераһын Ф.М.Достоевскийҙың "Енәйәт һәм яза" романы буйынса ҡуйылған спектаклдә массовкала ҡатнашыуҙан башлай. Унда ул студент ролен башҡара. Артабан М.Боярский Г.Гладковтың "Трубадур һәм уның дуҫтары" мюзиклында төп ролде - Трубадурҙы башҡара. Был роль уға ҙур популярлыҡ алып килә лә инде. Мюзиклда Принцесса ролен Лариса Луппиан уйнай, һуңыраҡ ул М.Боярскийҙың ҡатыны була. Ленсовет театрында Михаил Боярский 1986 йылға тиклем эшләй. 1973 йылда актер "Ғашиҡтар тураһында романс"та төп ролде уйнарға саҡырылһа ла, режиссер Андрей Кончаловский икенсе актер - Евгений Киндиновҡа өҫтөнлөк бирә. М.Боярскийҙы осраҡлы рәүештә молдава киностудияһы хеҙмәтәкәрҙәре күреп ҡала һәм "Күперҙәр" (1973) кинокартинаһында төшөргә саҡыра. Унда актер Михай Волонтир менән бергә уйнай (1974). Артабан ул Леонид Квинихидзеның "Һалам эшләпә" (1974) музыкаль водевилендә эпизодик роль - итальян теноры Нинардиҙы башҡара. 1974 йылда Михаил Боярскийҙы армияға алалар. Танылыу уға 1975 йылда «Өлкән ул» картинаһында Сильва ролен башҡарғандан һуң килә. “Әсә” (1976) совет-румын музыкаль әкәиәтендә башҡарған Бүре роле менән дә ул тамашасы күңелен яулай, хәйер, башта уны Николай Караченцов башҡарырға тейеш була. Актерҙың тағы ла бер эшен билдәләп үтеү кәрәк, ул да булһа Ян Фридтың «Собака на сене» музыкаль фильмында Теодоро роле. М.Боярскийҙың йондоҙло сәғәте 1978 йылда, Г. Юнгвальд-Хилькевичтың "Д ' Артаньян һәм три мушкетера" фильмы ил экрандарына сыҡҡас, һуға. Ул был картинала төп ролде башҡара. Д'Артаньян роле, уның йырҙары арҡаһында актерҙың даны тағы ла арта. Светлана Дружинина ҡуйған "Гардемарины, вперед!" (1987) һәм "Виват, гардемарины!" (1991) фильмдарындағы ролдәре актерҙы тамашасыға тағы ла нығыраҡ таныта. Михаил Боярский 600-ҙән артыҡ йыр яҙҙырған, улар араһында музыкаль фильм һәм спектаклдәргә номерҙар ғына түгел, радио, телетапшырыуҙар, винил пластинкалар, компакт-дисктар өсөн дә йырҙар бар. Михаил Боярский “Зенит” футбол клубының көйәрмәне һәм Почетлы президенты. Наградалары "Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары Өсөн" IV дәрәжә (2009) ордены. Дуҫлыҡ ордены (2001).

"Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә " (2003) миҙалы.

Почет ордены (Молдавия) (2011). РСФСР-ҙың, атҡаҙанған артисы (1984). РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990).