Башҡорт ихтилалдары (1735—1740): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
45 юл:
 
=== 1-се этабы ===
Ырымбур экспедицияһы әҙерләнгәнлеген башҡорттар 1734 йылда [[Нурышев, Килмәк|Килмәк Нурышев]]ҡа — Нуғай даруғаһының күренекле [[Бей|бей]]енә Петербургтан башҡорт старшинаһы һәм муллаһы ''Тоҡсура Алмаҡовтан'' килгән хаттан белгән. 1734 йылдың һуңында һәм 1735 йылдың яҙында бөтөн 4 даруға вәкилдәре (хәҙерге замандағы [[Чесноковка (Өфө районы) Чесноковка|Өфө районы Чесноковка]] ҡасабаһы урынында) [[ҡоролтай]]ға йыйылған. [[Рычков Пётр Иванович|П. И. Рычков]] раҫлағанса, ерҙәренән һәм азатлығынан мәхрүм ҡалыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан<ref>''Жуковский П. В.'' Дополнения к «Истории Оренбургской» П. И. Рычкова //Труды Оренбургской ученой архивной комиссии. Вып.33. Оренбург.1916. С.102-103; РГАДА. Ф.248. Кн.1236. Л.34-35.</ref>, башҡорттар <blockquote>«…бөтөнләй иректән яҙҙырырҙар, тип һөйләшеп, Ырымбур ҡалаһын (хәҙерге [[Орск]] ҡалаһы) төҙөүгә бөтөн көстәре менән ҡаршы торорға ҡарар иткән».</blockquote> 1735 йылдың май һуңында - июнь башында Өфө эргәһендә Килмәк Нурышев һәм [[Күсемов Аҡай|Аҡай Күсемов]] етәкселегендә йыйылған башҡорттар, [[Ырымбур]]ҙы төҙөү тураһындағы ҡарарҙан баш тартыуҙы талап итеп, [[Кирилов, Иван Кириллович|И. К. Кирилов]]ҡа ике вәкил ебәргән. Хөкүмәт кешеләре, ебәрелгән вәкилдәрҙе язалаған, береһе хатта үлтерелгән. 1735 йылдың 15 июнендә Кирилов экспедицияһының Өфөнән Үр йылғаһына табан хәрәкәте ихтилал тоҡаныуын белдергән. Тәүге бәрелеш 1-6 июлдә булған: Килмәк Нурышевтың 3 меңлек отряды, экспедицияны һаҡлап уның артынан килгән, Вологда полкының роталарына һөжүм иткән.
 
1735 йылдың йәйендә күмәк кеше йәлеп иткән башҡорт хәрәкәте Башҡортостандың европа өлөшөндә йәйелдерелә. Өфө янындағы рус ауылдарына, Табын ҡәлғәһенә һөжүм иткәндәр, Миңзәлә һәм башҡа тораҡтар ҡамауҙа ҡалған. Августа Тенис биҫтәһенән Ырымбурға сыҡҡан аҙыҡ-түлек ылауы ҡыйратыла. Баш күтәреүселәрҙең төп көстәре Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә һәм Дим йылғаһы буйында туплана. Баш ҡалаға ихтилал башланыуы тураһындағы хәбәр июль һуңында барып етә. Баш күтәреүселәргә ҡаршы торор өсөн [[Башҡорт эштәре комиссияһы]]булдырылған. Комиссия етәксеһе һәм Башҡортостандағы хәрби көстәр командиры итеп 1735 йылдың 13 авгусында генерал-лейтенант [[Румянцев, Александр Иванович|А. И. Румянцев]] тәғәйенләнгән. Уның ҡарамағына 3 регуляр полк, 500 [[Яйыҡ казагы|яйыҡ казагы]], 3000 [[Ҡалмыҡ|ҡалмыҡ]] булған. Баш күтәреүселәргә ҡаршы 20 меңдән ашыу кешенән торған бер нисә каратель экспедицияһы ойошторолған.