КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) орфография, стилде төҙәтеү, күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу |
Таңһылыу (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
26 юл:
XIX быуаттың 90-сы йылдары аҙағында [[Өфө]]лә беренсе социал-демократик берекмәләр барлыҡҡа килә. [[1898 йыл]]да нигеҙен сәйәсик һөргөнсөләр (О. В. Варенцова, В. Н. Крохмаль, А. И. Свидерский, А. Д. Цюрупа) һәм башҡалар тәшкил иткән социал-демократик төркөм барлыҡҡа килә. [[1900 йыл]]да Өфө паровоз ремонтлау оҫтаханаларында И. С. Якушев етәкселегендә эшселәрҙең [[марксизм|марксистик түңәрәге]] эшләй башлай.
[[1917 йыл]]дың [[2 марта]]ында Өфөлә социал-демократтарҙың йыйылышында ваҡытлы ''РСДРП-ның берләшкән (большевиктәр һәм меньшевиктәр) ойошмаһының Өфө комитеты'' һайлана. 14 марттан башлап комитет «Вперёд» газетаһы сығара башлай, ә 4 августан — «Алға».
Өфө комитетында 1917 йылдың май айынан [[Нуриманов, Багаутдин Ялалетдинович|Баһаутдин Йәләлетдин улы Нуриманов]] етәкселегендә башҡорт-татар төркөмө эшләй башлай. [[Ахмадуллин, Фатхи Ахмадеевич|Фәтхи Әхмәҙи улы Әхмәҙуллин]] һәм башҡалар был төркөмдөң ағзалары булалар.
[[1917 йыл]]дың [[8 ноябр]]ендә [[Уфимская губерния|Өфө губерна]]һында Совет власы урынлаша һәм [[Свидерский, Алексей Иванович|А. И. Свидерский]] етәкселегендә ''Өфө губерна революцион комитет''ы төҙөлә. [[1919 йыл]]дың [[21 феврал]]ендә на [[Всебашкирский военный съезд|I Бөтә Башҡорт хәрби съезд]]ында [[Башревком|Башҡортостан Совет республикаһының ваҡытлы хәрби революцион комитет]]ы ойошторола.
[[1922 йыл]]да, ЦК РКП(б)-ның Оргбюро Постановлениеһе сыҡҡандан һуң, было принято решение об объединении Башҡортостан обкомын һәм РКП(б)-ның Өфө губкомын берҙәм [[АБСР|Автономиялы Башҡортостан Совет Республика]]һының партия өлкә комитетына (''Башобком РКП (б)'') берләштерергә ҡарар ителә. Ойошма исеменең артабанғы үҙгәрештәре партия исеме үҙгәрештәре менән бәйле: [[РКП (б)]] — [[ВКП (б)]] — [[КПСС]].
[[1929 йыл]]да 632 тәүге партия ойошмаһында 15107 ағза иҫәпләнә. Репрессия һөҙөмтәһендә Башобком ағзалары һаны [[1933 йыл]]дағы 40 меңдән [[1938 йыл]]ға 20 меңгә тиклем кәмей. 1937 йылдың октябрында ғына ВКП(б)-ның Башҡортостан обкомы ағзаларының 41%-ы партия сафынан сығарыла.
[[1948 йыл]]дың [[1 ғинуар]]ына ВКП (б)-ның Башобкомы ағзалары һаны 78886-ға етә. [[1987 йыл]]да КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты 227,7 мең кешенән тора һәм [[РСФСР]]-ҙа иң ҙур ойошмаларҙың береһе була.
[[1991 йыл]]дың [[6 ноябр]]енән Рәсәй территорияһында КПСС эшмәкәрлеге тыйыла.
== Белем биреү ==
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Постановлениеһе менән 1941 йылдың 14 майынан Өфөлә партия комитеттары секретарҙәрен һәм парторгтарҙы әҙерләүсе өлкә партия курстары асыла. 1944 йылдың октябрендә курстар ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге йыллыҡ Өлкә партия мәктәбенә үҙгәртелә. ВКП(б)Үҙәк Комитетының 1946 йылдың 2 авгусындағы Постановлениеһе менән йыллыҡ Өлкә партия мәктәбе ике йыллыҡ партия мәктәбенә, 1953 йылда - КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге өс йыллыҡ партия мәктәбенә үҙгәртелә. 1956 йылдың июлендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге өс йыллыҡ өлкә партия мәктәбе КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге дүрт йыллыҡ партия мәктәбе итеп үҙгәртелә.
КПСС Үҙәк Комитетының 1958 йылдың 8 ғинуарындағы постановлениеһенә ярашлы, дүрт йыллыҡ партия мәктәбе Өфө юғары партия мәктәбе тип атала башлай. ВПШ элекке Өфө Уҡытыусылар институты бинаһында урынлаша. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп ике йүнәлештә: ауыл хужалығы предприятиеләре экономикаһы һәм сәнәғәт предприятиеләре экономикаһы, ойоштороу, планлаштырыу алып барыла. Юғары партия мәктәбен 260 кеше тамамлай. КПСС Үҙәк Комитетының 1960 йылдың 10 майындағы постановлениеһе менән юғары партия мәктәбе бөтөрөлә.
Өфө юғары партия мәктәбенең ситтән тороп уҡыу бүлеге КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге ЗВПШ уҡытыу-консультация пунктына үҙгәртелә. Уҡытыу-консультация пунктының бурысы булып ситтән тороп уҡыусыларҙы Башҡорт АССР-ы буйынса уҡытыу тора. КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге ЗВПШ уҡытыу-консультация пункты 1981/82 уҡыу йылында бөтөрөлә.
1931 йылда ВКП(б) Үҙәк комитетының 1931 йылдың 11 мартындағы һәм ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1931 йылдың 25 майындағы постановлениеһе нигеҙендә Башҡортостан коммунистик университет барлыҡҡа килә. БКУ республика райондары өсөн партия һәм совет кадрҙарын әҙерләү менән шөғөлләнә. Уның өс бүлеге: көндөҙгө, киске, ситтән тороп уҡыу һәм партия активын әҙерләү курстары була. БКУ янында фәнни эшмәкәрҙәр әҙерләүсе аспирантура эшләй. БКУ БАССР Наркомпросы ҡарамағында була. БКУ структураһы: кафедралары менән уҡыу өлкәһе, административ-хужалыҡ өлкәһе, секретариат, ревизион комиссия, студенттар ойошмалары.
Башҡортостан коммунистик университет ВКП(б)Үҙәк Комитетының 1933 йылдың 21 сентябрендәге Постановлениеһе нигеҙендә Башҡортостан юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенә (БВКСХШ) үҙгәртелә.
== Рәистәре ==
=== Председатели Уфимского губернского комитета РКП(б) (1917—1922) ===
* [[Эльцин, Борис Михайлович|Эльцин Борис Михайлович]] (1917—1918 и в 1919)
|