Литвинов Андрей Витальевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл:
 
Киләһе 2013/14 йылдар миҙгелендә «Ариада» өсөн даими чемпионатта ул 19 матчта ҡатнаша һәм ете тапҡыр уйында еңә. Команда Братина кубогына эләгә, әммә шунда тәүге раундта уҡ «Рубин» хоккей клубына 1-3 иҫәбе менән отола. Литвинов Братина кубогының өс уйынында ҡатнаша, берәүһен генә тулыһынса уйнай һәм шуны еңә. ЙХЛ чемпионатында ул һигеҙ осрашыу үткәрә һәм шуларҙың береһен генә еңә. Ошо миҙгелдән һуң Андрейҙың «Кузнецкие Медведи» менән контракты тамамлана.
 
2014/15 йылдар миҙгелен ул [[Липецк (хоккей клубы)|«Липецк»]] хоккей клубында үткәрә. Яңы командаһы өсөн тәүге осрашыуҙы 21 сентябрҙә «СКА-Карелия» командаһына ҡаршы үткәрә, ә «Липецк» уйында дәғүәселәрен еңә (4:2). Был клуб өсөн шул миҙгелдә ул бөтәһе 27 осрашыуҙа ҡатнаша, шуларҙың 9 еңә һәм 10 еңелә, 2 тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Литвинов командаһы менән Братина кубогының тәүге раундында «Ермак» хоккей клубына алты осрашыуҙа еңелә. 2015 йылдың 30 сентябрендә Андрей Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Буран» менән бер йылға килешеү төҙөй<ref>[http://www.vhlru.ru/lenta/67573/ Андрей Литвинов Воронежға күсә]</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==