Фашизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
220 юл:
Хорват [[милләтселеге]] [[XIX быуат]]тан баш ала. Уның күренекле теоретиктары Анте Старчевич, Эвген Кватерник һәм Йосип Франк. [[Австро-Венгрия|Австро-Венгрия]] ерҙәрен улар хорват ере тип һанаған. Әммә унда шаҡтай күп [[Сербтар|сербтар]] ҙа йәшәгән. [[Босния]]ла һәм [[Герцеговина]]ла, [[Далмация]]ла сербтар йә күпселекте йә шаҡтай ҙур өлөштө тәшкил иткән. [[Хорват хоҡуҡ партияһы|Хоҡуҡ партияһы]] сербтар милли хорват дәүләтен төҙөүгә ҡамасаулай тип иҫәпләгән.
 
Хоҡуҡ партияһындағы әйҙәүсе урынға Йосип Франк килгәс, хорват милләтселегенең мөһим элементы булған [[сербофобия]] көсәйеп киткән. Ул хорваттар Балҡан ярымутрауында Австро-Венгрияның төп терәге, ә сербтар уның төп дошманы, тип ышандырырға тырышҡан. В 1900—1902 йылдарҙа Франк яҡлылар сербтарҙы ҡырыу (погром) ойошторған. 1918 йылда хорват халҡы бойондороҡһоҙ Хорватия булдырыу талаптары менән демонстрацияларға сығасыҡҡан. Был маҡсатҡа өлгәшеүҙе Степан Радичтың [[Хорват крәҫтиән партияһы|Хорват республика крәҫтиән партияһы]] хуплаған.
[[1928 йыл]]дың 20 июнедә Радичты Скупщинала серб милләтсе-депутаты Пуниша Рачич атып үлтергән. Был серб-хорват мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштырған. Бындай шарттарҙа король [[Александр I Карагеоргиевич|Александр I]] [[1929 йыл]]дың 6 ғинуарында король диктатураһын иғлан иткән, милләтселек хәрәкәттәрен тыйған. 1929—1934 йылдарҙа Короллек халыҡтарын туплауға йүнәлтелгән реформалар үткәрелгән. Илдең исеме Югославия Короллеге тип үҙгәртелгән{{sfn|Беляков|2009|с=106}}.
[[1918 йыл]]да Хорват хоҡуҡ партияһы яңынан тергеҙелә, уның секретаре итеп адвокат [[Павелич, Анте|Анте Павелич]] һайлана. Яңы программала партияның маҡсаты итеп «хорват халҡының милли үҙенсәлеген һәм дәүләт үҙаллығын һаҡлау» мәсьәләһе ҡуйылған{{sfn|Беляков|2009|с=111}}.
[[Файл:Ante Pavelić.jpg|thumb|ЛидерУсташтар усташейлидеры Анте Павелич]]
Павелич 1928 йылда «Хорват домобраны» тигән террористик ойошма төҙөй, ә 1929 йылда илдән ҡасып китә.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фашизм» битенән алынған