Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңы мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
25 юл:
}}
[[Рәсем:shulgantash.jpg|thumb|right|Шүлгәнташ]]
'''Шүлгәнташ мәмерйәһе''' — [[Башҡортостан]]дың [[Бөрйән районы]]нда, [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел йылғаһының]] уң яҡ ярында, [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]] биләмәһендә урынлашҡан. Ул [[Көньяҡ Урал|Көньяҡ Уралдағы]] бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған [[мәмерйә|мәмерйәләрҙең]]ҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы<ref>[http://unescorb.ru/ru/news/detail.php?ID=952 Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО]</ref>.
 
Мәмерйә [[палеолит]] дәүерендә йәшәгән [[Тәүтормош йәмғиәте|тәүтормош кешеһенең]] [[Петроглифтары|петроглифтар (таштағы һүрәттәре]]һүрәттәр) аша билдәле<ref>Ольга Червяцова [http://www.shulgan-tash.ru/2009-12-08-08-26-17/archaeologicalresearches Археологические исследования] Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>.
 
Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған., Шулайшулай уҡ [[солоҡсолоҡ]], һәм [[умартасылыҡ]] музейы бар.
 
1965 йылда Шүлгәнташ ''тәбиғәт ҡомартҡыһы'' итеп иғлан ителә.
 
== Атамаһы ==
«Шүлгәнташ» атамаһы мәмерйәгә ингән ерҙә [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙелгә]] ҡушылған Шүлгән йылғаһы исеменән һәм [[башҡорт теле|башҡорт телендәге]]ндәге «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ боронғо башҡорт диалектында «шу үлгән» «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш, Шүлгән — башҡорт халҡының боронғо «[[Урал батыр]]» ҡобайыры персонажы, уның төп геройы Урал батырҙың ағаһы.
 
Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе — тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» урыҫ ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «[[капище]]» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандарҙан бирле, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығы дәлилләнде, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнлеге иҫбатланды. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташ ғибәҙәтхана ролен үтәгән, мәмерйәлә мәжүси йолалар башҡарылған<ref>''В. И. Левин'' «Свидетели из Каповой пещеры» М. : «Детская литература» 222 с. 1982</ref>.
64 юл:
Таш өй эйәһе тураһында тағы ла бер легенда бар: «Күп кеше элегерәк мәмерйәнең эйәһе бар, ул таш өйөнән сығып йөрөй, тип һөйләйҙәр ине. Әсәйем бына нимә һөйләгәйне: «Беҙ өсәү инек. Мәмерйә тирәһендә йөрөй инек, арығайныҡ, Шүлгәнкүл янында ял итергә ултырҙыҡ. Саҡ ултырҙыҡ, шул мәлдә мәмерйәнән атҡа атланған аҡ һаҡаллы ҡарт күренде. Ул һәйбәт кейенгән: башында аҡ сәллә, өҫтөндә - кәзәкей, ялтырап торған итекле. Аттың өҙәңгеһе, йүгәне көмөштән. Ҡарт,беҙҙе күргәс, мәмерйәгә кире инеп юғалды. Беҙ доға уҡыныҡ, хәйер(милостыню) ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Беребеҙ ҙә ул ҡартты башҡа күрмәнек».
 
== «Рәсемдәр» бүлмәһе ==
Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә температура үҙгәрмәй, даими тора. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде.
Юл 90 ⟶ 89:
 
Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) йәшәгән кешеләрҙең буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың ҙур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған.
 
== Шүлгәнташ тураһында әҙәбиәт һәм ваҡытлы матбуғат ==
* Марушин В. По реке Белой к жемчужине Урала — пещере Шулган-Таш. Өфө, [[Китап (нәшриәт)|«Китап» нәшриәте]], 2016<ref>[http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/23242-yn-shlgntash-haynda.html Йәнә Шүлгәнташ хаҡында. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 5 август]</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр|2}}
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған