Википедия:Вики-саралар/Вики-Йәйләү 2016: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
169 юл:
* Вики-йәйләү 2016 үҙенең маҡсатына иреште тип әйтергә батырсылыҡ итәм. Ойоштороусыларға оло рәхмәт! Үҙем дә ҙур ғына сараларҙы ойошторғаным булғанға беләм- күп кеше ҡатнашҡан сараны ойошторғанда "тимер" нервылар, "алмас" сабырлыҡ, "рауза сәскәһе"ләй йөрәк кәрәк! Был сара - ял менән эште, аралашыу менән файҙалы мәғлүмәттәрҙе бергә туплаусы сара булды. Туризм әле Башҡортостанда тәүге аҙымдарын яһай. Был аҙымдар ышаныслы. Дөрөҫ яҙғанһығыҙ, Зөфәр бей, ул официанткаларҙы ғына түгел, дөйөм Башҡортостандан шундай эш менән мәшғүл кешеләрҙән бер төркөм йыйып барыһын бергә яҡындағы сит илгә ебәреп күп нимәгә өйрәтеп алып ҡайтып була. Миңә оҡшағаны - беҙҙә лә шулай туристик базалар булдырып, нисәмә йорт һалдырып, өй эсенә сервис шарттарын индереп (туалет, эҫе-һыуыҡ һыулы крандар), мунсалар әҙерләп (әйтергә кәрәк, мунсалары ихлас эшләнгән, миндектәре хуш еҫле, эҫе-һыуыҡ һыуы крандан ғына ағып тора, бар тирә-яҡта һап-һары йышылған таҡталар...) йөрөгән эшлекле эшҡыуарҙар булыуы ОЛО шатлыҡ! Былар бит барыһы ла Бөрйәндең бәләкәй генә бер ауылында эшләнгән. Һәр хәлдә мин "Капова-тур" турбазаһы хеҙмәткәрҙәренә тик уңыштар, туристарҙың күплеген теләйем. Иң мөһиме- был эште артабан да үҫтерһендәр, туҡтап ҡалмаһындар. Йылмайған официанттарға ПРЕМИЯ бирһендәр))) Бына шулай, ял да иттем, Ағиҙелдә һыу инергә лә өлгөрҙөм, вики-арҡаҙаштар менән аралаштым, иң мөһиме - инде өсөнсө тапҡыр Шүлгән-таш мәмерйәһе менән һаулыҡ һораштым! Тәүҙә булыуым - бынан 20 йыл элек булды. Унда өҫкө ҡаттарына ла менгәйнек. Ундағы кескәй күлде үҙ күҙҙәрем менән күреү бәхетенә ирештем. Бынан 3 йыл элек булғанда инде "һүрәттәр" әлеге кеүек "тышҡа" сыҡҡан ине. Барыһы ла шул уҡ, тик туристик сервис барыбер алға киткән һымаҡ. Йорттар, магазиндар, кафелар ҙа, туристар ҙа күбәйгән. Мамонт, бизонды һәм башҡа һындарҙы ағастан яһап ҡуйғандар. Музейҙар ҙа байытылған. Рәхмәт барыһына ла! Тәҫъораттарҙы бында ғына яҙып бөтөрлөк түгел. Тағы ла миңә ВИКИ-ДӘРЕСтәр оҡшаны. Ҡалыптар эшләргә өйрәндем. Элек мин ул ҡалыптарҙы администраторҙар ғына ҡуйып ултыра тип уйлай инем. Рөстәм Нуриев дәрестә бик матур итеп аңлатты. Рәхмәт! Фотолар күп, тик уларҙы ҡуйырға ваҡытым юғыраҡ. Аҙаҡ ҡуйырмын. Бындай саралар Викимандарға мотлаҡ кәрәк! Үҙебеҙҙең "бер ҡуш йоҙроҡ", русса әйткәндә -"одно целое" икәнебеҙҙе тоябыҙ. Артабан эшләргә ҙур стимул алабыҙ![[Ҡатнашыусы:Lizalizaufa|Лилиә Ҡәйепова]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Lizalizaufa|әңгәмә]]) 09:57, 20 июль 2016 (UTC)
* Тәьҫораттар яҡшы. Бөрйәндең тәбиғәте бигерәк матур. Бындай сараларҙы һәр районда үткәрергә кәрәк тигән уйҙамын. Артабан Учалы (Изге шишмә), Белорет (Ассы), Нуриман (Павловка) райондарына сәйәхәткә сығырбыҙ тигән өмөттәмен. Өйрәнәһе әйберҙәр күп әле. Сәйәхәт көндәре күберәк булһа, тағы ла күберәк эшләп, күберәк өйрәнеп ҡайтыр инек. Артабан эшләргә дәрт арта.--[[Ҡатнашыусы:Лилиә|Лилиә]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Лилиә|әңгәмә]]) 18:47, 21 июль 2016 (UTC)
 
Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы - Бөрйән яҡтарының матур тәбиғәтен, уның мөһабәт мәмерйәһе Шүлгәнташты күреп ҡайтыу теләгенә ирештек. Сәйәхәт барышында 6 район аша 600 саҡрымдан артыҡ юл үттек. Республикабыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур, береһенән-береһе күркәмерәк күренештәре менән таң ҡалдырҙы. Таулы – урманлы Бөрйән яҡтарының гүзәллеге таң ҡалдырҙы. Бындай матур семинарҙы ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.