Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
}}
[[Рәсем:shulgantash.jpg|thumb|right|Шүлгәнташ]]
'''Шүлгәнташ мәмерйәһе''' — [[Башҡортостан]]дың [[Бөрйән районы]]нда, [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел йылғаһының]] уң яҡ ярында, [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]] биләмәһендә урынлашҡан. Ул [[Көньяҡ Урал|Көньяҡ Уралдағы]] бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған [[мәмерйә|мәмерйәләрҙең]] иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы<ref>[http://unescorb.ru/ru/news/detail.php?ID=952 Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО]</ref>.
 
Мәмерйә [[палеолит]] дәүерендә йәшәгән [[Тәүтормош йәмғиәте|тәүтормош кешеһенең]] [[Петроглифтары|таштағы һүрәттәре]] аша билдәле<ref>Ольга Червяцова [http://www.shulgan-tash.ru/2009-12-08-08-26-17/archaeologicalresearches Археологические исследования] Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»</ref>.
 
Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған. Шулай уҡ [[солоҡсолоҡ]], [[умартасылыҡ]] музейы бар.
 
1965 йылда Шүлгәнташ ''тәбиғәт ҡомартҡыһы'' итеп иғлан ителә.
 
== Атамаһы ==
«Шүлгәнташ» атамаһы мәмерйәгә ингән ерҙә [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙелгә]] ҡушылған Шүлгән йылғаһы исеменән һәм [[башҡорт теле|башҡорт телендәге]] «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ боронғо башҡорт диалектында «шу үлгән» «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш, Шүлгән — башҡорт халҡының боронғо «[[Урал батыр]]» ҡобайыры персонажы, уның төп геройы Урал батырҙың ағаһы.
 
Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе — тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» урыҫ ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «[[капище]]» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандарҙан бирле, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығы дәлилләнде, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнлеге иҫбатланды. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташ ғибәҙәтхана ролен үтәгән, мәмерйәлә мәжүси йолалар башҡарылған<ref>''В. И. Левин'' «Свидетели из Каповой пещеры» М. : «Детская литература» 222 с. 1982</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған