Испания: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
58 юл:
*'''Рим империяһы заманы'''. Б.э.т. 210 йылында Рим ғәскәрҙәре Пиренея ярымутрауын яуланын башлай. Оҙаҡ быуаттар барған Перенеяны яулап алыу һуғышын Рим дәүләте беҙҙең эраның 19-сы йылында ғына тамамлай. Яулап алынған Пиренея халыҡтары рим ассимиляцияһына эләгәлә юҡҡа сыға. Римдың Испания провинцияһы империяның Италиянан һуң торған төп провинция һымаҡ һаналған. Унда сауҙа, ауыл хужалығы, сәнәғәт ныҡ үҙгәргән булған. Оло Плиний яҙыуы буйынса хәҙерге Испания территорияһында 360 ҡала һаналған.
*'''Вестготтар заманы''' V быуаттың башында Испания территорияһына аландар, вестготтар һәм башҡа варвар ырыуҙары инеп үҙенең илдәрен төҙөй башлайҙар. Әммә яңы властарҙың сәйәсәте, эске талашыуҙар берҙәм милләт төҙөй алмаған. 589 йылда вестготтар короле христианлыҡ диненә күсә, ә VII быуатта йәһүдтәр һәм башҡа диндәргә ҡараған әҙәмдәр ҡыуыла башлай.
*'''Мосолмандар заманы-Реконкиста'''.711 йылда вестготтарҙың бер биләмәһе төнъяҡтөньяҡ Африканан бербер һәм ғәрәптәрҙе ярҙамға саҡыра. Тариҡ ибн Зийәттең Ғәрәптәр әрме корпусы 711 йылда Херес-де-ла-Фронтера эргәһендәге яуҙа еңеп вестготтар дәүләтен юҡҡа сығара. Шул уҡ йылдан 719 йылға тиклем бөтә Испания территорияһы Омейяд хәлифәтенең составында инә. Ә ҡалған вестготтар хәҙерге Испанияның төнъяҡ-көнбайшына китәлә бер нисә короллекте барлыҡҡа китерә. 755 йылда Кордова Әмирлегенә әйләнәлә 929 йылда хәлифәт статусын ала. Әммә хәлифәт статусы илдең бөтөүенән яҡламай. 976 йылдан башлап илде үҙ-ара талашыуҙар, ҡыҫҡа ваҡытлы илдәр килеп сыға башлай. Шул арала христианлыҡ яҡлыларҙың көстәре арта-улар бер нисә берҙәм дәүләт төҙөй алған. Леон, Наварра корллектәре аша яңы Испан иленең фундаменты һалына. Ә мосолмандар дәүләтлеге аҙаҡы илкәйе Гренада әмирлеге менән 1492 йылда юҡҡа киткән. Испандарҙың шул үҙ-аллы дәүләтен ҡайтарыу замандары -Реконкиста тигән атама бирелгән.
*'''''Испанияның алтын заманы.''''' 1492-1659 йй. Ул заман Бөйөк географик асыуҙар ваҡыты менән бәйле. Ул заманда Испания колониялар яулап ала. Уның ҡулына яңы асылған Америка материгынаң иң күп колония эләгә.
*'''XVII б.-1976 й.''' XVII быуатта Испанияның бөйөк иленән бер нимәлә ҡалманы. Ул банкротлыҡ, династияларҙың алмаштырыуы(XVIII-XIX бб.) күрә, XIX быуатта колонияларын юғалта башлай, граждандар һуғыштары уҙа,1873-1874 й. ҡыҫҡа ваҡытҡа Испания республика статусын яулай. Әйтергә кәрәк Испания 1936 йылға тиклем тыныс күрмәгән. 1975 й. тиклем -Франко эпохаһы . Франко режимы фашизмға яҡын бер партиялы авторитаризм формалағы ил төҙөгән. 1939-1945 й. Испания һуғыштан ситтә торған. Әммә Ленинград блокадаһында Герман әрмеһе яҡлап Испаниянан "Күк дивизия"(División Azul) ҡатнашҡан булған. 1947 й. Ф.Франко Испан короллеген реставрациялау тураһында иғлан итте әммә, яңы королдең исемен 1969 й. тиклем әйтмәне. 1969 йылда Фр.Франко Хуан-Карлос де Бурбонды яңы испан короле итеп иғлан итте. Хуан-Карлос де Бурбон
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Испания» битенән алынған