Әйле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
Әй берекмәләренең тарихы ХIV–ХV быуаттарға барып тоташа. Был мәлдә Әй буйында йәшәгән ырыуҙар һәм нәҫелдәр төрлө ырыу ҡатнашмаларынан торған. Һуңыраҡ улар берләшкән.
[[Файл:Bashkirs clans.jpg|thumb|right|250px|]]
ХVII–ХIХ быуаттарҙа әйлеләр көнбайышта Дим буйынан алып, көнсығышта Тобол йылғаһына тиклем бик ҙур майҙанда йәйелеп ултырған. Шулай ҙа уларҙың төп ултырған урыны булып Ҡариҙел, Әй, Йүрүҙән, Эҫем, Ләмәҙ буйҙары иҫәпләнә
.
Әйле башҡорттарының тамғалары бик күп төрлө булған. Р. Кузеев 215 тамға барлығын билдәләй. Уларҙың байтағы ҡыпсаҡтарҙа, табындарҙа, юрматыларҙа ла осрай. Легендаларға ҡарағанда, әй, тырнаҡлы, ҡаратаулы, һарт һәм мырҙалар үҙҙәренең ата-бабаларының Уралға Һырдаръя буйынан килеүе хаҡында һөйләй. Йәнәһе, уларҙың ата-бабалары, Һырдаръя буйында юғалған һарыҡ көтөүен эҙләп, ошо яҡҡа килеп сыҡҡан һәм нығынып алған. Икенселәре иһә был ырыуҙарҙың йылҡы өйөрө артынан эйәреп килеүе хаҡында фараз итә.
 
Беҙҙең эраның тәүге бер мең йыллығы осоронда Һырдаръя һәм Арал буйына көнсығыштан бик күп халыҡ килгән. Әйлеләр берекмәһенә ошо күсеп килгән халыҡтарҙың ҡушылыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, ҡыпсаҡтар, төркиләшкән монголдар. Ошо хаҡта мырҙаларҙың легендалары һөйләй, улар унда Монголияны үҙҙәренең ата-бабаларының тыуған иле тип иҫәпләй. Ҡаратаулылар, тырнаҡлылар иһә үҙҙәрен Алтайҙан сыҡҡан тип иҫәпләй.
 
Әйле башҡорттарының Көньяҡ Уралға ҡасан күсеп ултырыуын аныҡ ҡына билдәләүе ауыр. Был, күрәһең, беҙҙең эраның беренсе меңе аҙағында булырға тейеш. Әйлеләр һәм мырҙалар тәүҙә Көньяҡ Уралда, Әй, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс буйҙарына ултырған. Әбйәлил районында әле лә Әйҙегән тигән тау бар. Хәтирәләр буйынса, әйлеләр тәүҙә тап ошонда күсеп ултырған. Һуңынан Мейәс һәм Әй буйҙарына күсенгән. Һарт-әйлеләр һәм мырҙалар ҙа тап ошо ерҙә йәшәгән. Мырҙаларҙың ерҙәренең барын-табындар ауылы Туңғатарҙа, шулай уҡ Яйыҡтың үрге ағымында булыуы хаҡында легенда бар.
 
Урал аръяғына әйлеләрҙең байтағы батша власының ҡыҫырыҡлауы арҡаһында күсеп киткән. П. Пал­ластың мәғлүмәттәре буйынса, бында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре заводтар төҙөү өсөн тартып алынған. Һөҙөмтәлә әйлеләр Мейәстең үрге ағымына, Динис йылғаһы буйына күсеп ултырған.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Викилаштыр}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйле» битенән алынған