Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
Юғары орган – партия съезы, ул партияның Үҙәк комитетын һәм уның рәйесен һайлай. Партияның рәйесе булып [[1993 йыл]]дан [[Зюганов, Геннадий Андреевич|Геннадий Зюганов]] тора, [[2004 йыл]]ға тиклем РФКП үҙәк башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып [[Купцов, Валентин Александрович|Валентин Купцов]] булған. РФКП рәйесенең урынбаҫарҙары ([[2013 йыл]]ға ҡарата) — [[Кашин, Владимир Иванович|Владимир Кашин]], [[Рашкин, Валерий Фёдорович|Валерий Рашкин]], [[Новиков, Дмитрий Георгиевич|Дмитрий Новиков]], 2004 йылдан беренсе урынбаҫары – [[Мельников, Иван Иванович (сәйәсмән)|Иван Мельников]]. Тикшереүсе орган – партияның Үҙәк тикшереү-ревизия комиссияһы, рәйесе [[Иванов, Николай Николаевич (политик)|Николай Иванов]].
== Идеологияһы ==
[[Файл:Партийный билет КПРФ.JPG|260px|right|thumb|РФКП ағзаһының партия билеты. <br />
''[[:ru:КПСС|ССКП]] партия билетының өлгөһө һаҡланған'' ]][[2008 йыл]]да ҡабул ителгән партия программаһының яңы редакцияһында, РФКП тураһында ялланма хеҙмәт кешеләренең хоҡуҡтарын һәм милли-дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлаусы берҙән-бер сәйәси ойошма тип күрһәтелгән. Рәсәйҙә яңартылған [[социализм]]ды төҙөү, [[XXI быуат]] социализмы – партияның программалағы стратегик маҡсаты тип билдәләнгән<ref name="РФКП программаһы (2008)">{{cite web|url=http://kprf.ru/party/program/|title=РФКП программаһы (2008)|work=kprf.ru|archiveurl=http://www.webcitation.org/654hhvERr|archivedate=2012-01-30}}</ref>.
Партия маркс-ленин ғилеменә таянып эшләй һәм уны ижади үҫтерә, ватан һәм донъя фәндәренең ҡаҙаныштары һәм тәжрибәһенә таяна – тип, РФКП программаһында белдерелгән<ref name=" РФКП программаһы (2008)"/>. Программа документтарында һәм партия лидерҙарының эштәрендә ҙур урынды, яңы донъя тәртибе (сәйәсәт) һәм мең йыллыҡ тарихлы урыҫ халҡының ҡаршы тороуҙары, уның үҙенсәлектәре менән – берҙәмлек һәм ҡеүәтлек, тәрән ышаныстары<ref>''Зюганов Г. А.'' Кадры партии в действии. — М.: ИТРК, 2001. — с. 11. — ISBN 5-88010-083-9</ref>, урыҫ һорауы<ref>См. Крепить духовную мощь народа. Доклад Г. А. Зюганова «О задачах партии по защите русской культуры как основы духовного единства многонациональной России» [http://www.sovross.ru/modules.php?name=News&file=article&sid=112]. Васильцов Сергей, Обухов Сергей. Русский вопрос и коммунисты России [http://russoc.kprf.org/Doctrina/RusVopros5.htm]. ''Зюганов Г. А.'' Русский социализм — ответ на русский вопрос [http://www.cprf.spb.ru/analit/analitview.php?id=44]. ''Новиков Д. Г.'' Коммунисты и русский вопрос [http://russoc.kprf.org/Doctrina/Novikov1.htm]</ref> — биләй.