Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Gennady Zyuganov, 2013.jpeg|alt=Gennady Zyuganov, 2015|thumb|РФКП үҙәк башҡарма комитеты рәйесе [[Зюганов, Геннадий Андреевич|Г. А. Зюганов]], 2015 йыл]]'''Рәсәй Федера́цияһының Коммунисти́к па́ртияһы ''' ({{lang-ru|Коммунисти́ческая па́ртия Росси́йской Федера́ции }}, ҡыҫҡаса '''РФКП''', йәки '''КПРФ''') – [[Рәсәй Федерацияһы|Рәсәй Федерацияһының]] рәсми теркәлгән һул ағымдағы сәйәси партияһы. [[Советтар Союзы]]ның коммунистик партияһының туры вариҫы булып һанала. [[Дәүләт Думаһы|Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында]] барлыҡ һайлауҙарҙа ҡатнашҡан өс партияларҙың береһе, Дәүләт Думаһының барлыҡ саҡырылыштарында урындар алған ике партияларҙың береһе.
 
РФКП II ғәҙәттән тыш Рәсәй коммунистарының съезында ([[13 февраль|13]] – [[14 февраль]] [[1993 йыл]]) яңынан ҡайтарып ҡоролған [[РСФСР]] коммунистик партияһы булараҡ ойошторолған. Төбәктәрҙә бүлектәр һаны – 81, ағзалар күләме – 157 528 кешенән артыҡ ([[2012 йыл|2012]]) <ref name="minjust.ru">{{cite web|url=http://minjust.ru/node/2266|title=«РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ КОМУНИСТИК ПАРТИЯҺЫ» Сәйәси партияһының төбәктәрҙәге бүлектәренең теҙмәһе (2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата)|publisher=Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығы|archiveurl=http://www.webcitation.org/67GCIMNbh|archivedate=2012-06-09}}</ref>. Партия Дәүләт Думаһының һәр йыйылышында күрһәтелгән, шулай уҡ төбәктәр кимәлендәге хөкүмәт органдарында үҙенең вәкиллектәренә эйә.
5 юл:
Партия оҙайлы киләсәктә үҙенең стратегик маҡсаты итеп Рәсәйҙә яңартылған [[социализм]]ды төҙөү тип атай. Ҡыҫҡа ваҡытлы киләсәктә үҙ алдында түбәндәге бурыстарҙы ҡуя: хөкүмәткә илһөйәр көстәрҙең килеүе, тәбиғи байлыҡтарҙы һәм Рәсәй иҡтисадының ҙур әһәмийәткә эйә булған тармаҡтарын милләтләштереү, ошоноң менән бергә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты һаклау, дәүләттең сәйәси ижтимағи йүнәлешен үҫтереү. Барлыҡҡа килгәндән үк ғәмәлдәге хөкүмәткә ҡаршы тороусы партия итеп сифатлай.
 
Юғары орган – партия съезы, ул партияның Үҙәк комитетын һәм уның рәйесен һайлай. Партияның ның рәйесе булып [[1993 йыл]]дан [[Зюганов, Геннадий Андреевич|Геннадий Зюганов]] тора, [[2004 йыл]]ға тиклем РФКП үҙәк башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып [[Купцов, Валентин Александрович|Валентин Купцов]] булған. РФКП рәйесенең урынбаҫарҙары ([[2013 йыл]]ға ҡарата) — [[Кашин, Владимир Иванович|Владимир Кашин]], [[Рашкин, Валерий Фёдорович|Валерий Рашкин]], [[Новиков, Дмитрий Георгиевич|Дмитрий Новиков]], 2004 йылдан беренсе урынбаҫары – [[Мельников, Иван Иванович (сәйәсмән)|Иван Мельников]]. Тикшереүсе орган – партияның Үҙәк тикшереү-ревизия комиссияһы, рәйесе [[Иванов, Николай Николаевич (политик)|Николай Иванов]].
== Идеологияһы ==
[[Файл:Партийный билет КПРФ.JPG|260px|right|thumb|РФКП ағзаһының [[Партия билеты]]. ''[[:ru:КПСС|ССКП]] партия билетының өлгөһө һаҡланған'' ]][[2008 йыл]]да ҡабул ителгән партия программаһының яңы редакцияһында, РФКП тураһында ялланма хеҙмәт кешеләренең хоҡуҡтарын һәм милли-дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлаусы берҙән-бер сәйәси ойошма тип күрһәтелгән. Рәсәйҙә яңартылған [[социализм]]ды төҙөү, [[XXI быуат]] социализмы – партияның программалағы стратегик маҡсаты тип билдәләнгән<ref name="РФКП программаһы (2008)">{{cite web|url=http://kprf.ru/party/program/|title=РФКП программаһы (2008)|work=kprf.ru|archiveurl=http://www.webcitation.org/654hhvERr|archivedate=2012-01-30}}</ref>.