Довженко Александр Петрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
69 юл:
 
=== 1920 йылдарҙа ===
Совет власы урынлаштырылғандан һуң һәм боротьбистар ярҙамы менән Довженко төрлө вазифалар биләй: башта халыҡ мәғарифының Киев губерна бүлеге сәркәтибе, һуңынан Тарас Шевченко исемендәге Театр комиссары һәм Киевта сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй.
 
Партиялағы сираттағы “таҙартыуҙан” уны ҡабаттан боротьбист дуҫтары ҡотҡаралар һәм уны партиясы Шумскойға ашығыс рәүештә ебәрәләр. Шумской ул ваҡытта Польшала тулы СССР-ҙың хоҡуҡлы вәкәләтен етәкләй. 1921 йылда Довженконы Харьковҡа саҡыртып алалар, РСФСР сит эштәре буйынса Наркомға ҡабул итәләр һәм дипломатия эшенә йүнәлтәләр — Польшала ул хәрби әсирҙәрен алмаштырыу һәм репатрицияһы буйынса миссияны етәкләй. Бер аҙ ваҡыт үткәс, вәкәләттә идара итеүсе посын биләй. 922 йылдың башында Довженконы Германияға Сауҙа вәкиллеге консул бүлегенә сәркәтип итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо ваҡытҡа Довженко – рәссамдың беренсе карикатуралары донъя күрә. Карикатураларҙың ҡайһы берҙәре АҠШ-та сыҡҡан “Молот” журналында нәшер ителә Хеҙмәт бурыстарын һәм рәсем төшөрөүҙе бергә алып барыуын ҡыйынлығын аңлаған Довженко Германияла графика менән шөғөлләнергә рөхсәт биреүҙәрен һорап ЦК КП (б)У –ға ғариза яҙа.
78 юл:
 
Марьямов китабынан: Довженко партиянан үҙҙәренең ағзалығын раҫларға тейеш булған саҡта, сираттағы таҙартыуҙы үтә алмау сәбәпле сығарылған. Берлиндан почта аша ебәрелгән Довженконың документтары юғалған була.<ref name="ЖЗЛ" /> Һуңғараҡ, 925 йылда, Василий Блакитный ярҙамы менән улар табыла, шуға ҡарамаҫтан, урындағы бюрократ Довженконан парияға инеү тураһында яғынан ғариза яҙыуҙы талап итә. Довженко был ғәҙелһеҙ талап менән ризалашмай һәм партияла тергеҙелмәй.
1923 йылдың йәйендә Довженко Украинаның элекке баш ҡалаһы Харьковҡа күсә. Ул шундуҡ украин әҙәби романтиктары һәм яҙыусы – футуристар ойошмаһына эләгә, “Известия ВУЦИК” гәзите редакцияһында рәссам – иллюстратор булып эшләй псевдонимы аҫтында рәссам – карикатурсы булып, шулай уҡ китап иллюстраторы булараҡ та билдәлелек яулай, атап әйткәндә, Перт Панычтың “Зәңгәр эшалондары”нда (). Уның тапҡыр “Сашко” имзаһы менән карикатуралары һәм дуҫтарса шарждары йыш ҡына башҡа баҫмаларҙа ла күренә<ref name="znatok.ua" />
 
.
Был осорҙа ул шул ваҡытта абруйлы һәм киноға йүнәлтел гән 1923 йылда ойошторолған “Гарт” әҙәби берләшмәһе менән тығыҙ бәйләнештә була. “Гарт”ҡа Эллан Блакитный һәм Марк Йогансен ижад ҡомары һәм илһам биреүселәр була. Берләшмә составына шулай уҡ К. Гордиенко, И. Днепровский, И. Кириленко, А. Копыленко, В. Коряк, Г. Коцюба, И. Кулик, М. Майский, В. Полищук, И. Сенченко, В. Сосюра, М. Тарновский, П. Тычина и М. Хвылевой инә.
“Гарт” тарҡалғандан һуң Довженко ВАПЛИТта “һул” украин яҙыусылары әҙәби берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек итә <nowiki><ref name=Ezersk1></nowiki>[http://www.vestnik.com/issues/2002/0529/win/ezersky.htm Белла Езерская. «Трагедия художника» «Вестник» 11(296) 29 мая 2002 г] ссылка проверена 2 января 2009<nowiki></ref></nowiki>.
 
Һуңынан ВАПЛИТ аша Довженко ВУКФУ менән яҡынлаша, әммә Харьковта Довженко ҡыҙыҡһынмаған театр берҙән –бер драма сәнғәте була. Нәҡ шул ваҡытта ул кадр – скетч һәм кадр – плакат концепцияһын булдыра, шуның арҡаһында театр ситкә этәрелә, ул уны рәссам буларҡ темпераментына ла, уның режиссураны аңлауына ла тап килмәй.
Яйлап Довженко киноға юл аса. Был өлкәлә тәжрибәһе ле, белеме лә булмаһа ла, ул Одесса кинофабрикаһы ВУФКУлаВУФКУ - ла эш башлай. 1925 йылда Довженко “Ҡыҙыл армия” агитфильмында стажер була.
 
Шулай итеп, Довженко кинематограф менән “ауырып” китә. Арнольд Кордюм кинотөркөмөндә эшләгән саҡта уҡ ауылдғы а синыфтар көрәше тураһында төшөрөлгән “Урман артында” картинаһында ул режиссура менән ҡыҙыҡһына башлай. Шулацй уҡ Довженко балалар өсөн “Реформатор Вася” сценарийын яҙа. Одессала шул ваҡытта ВУФКУла эшләгән Юрий Яновский был сценарийҙы кире ҡаға, әммә мәскәү комиссияһында уның тураһында хәстәрләгәндән һуң, сценарийҙы производствоға индерәләр. Постановканы тормошҡа ашырҡан Фауст Лопатинский ҡапыл киноға төшөрөүҙән һыуына һәм 926 йылда Довженко Павел Нечеса тәҡдименән һуң киноны тамамлаү өсөн Одессаға китә, унда ул кинофабрикала режиссер булып эшкә төшә. Киноға күскән саҡта, Довженко үҙен комик һәм комедия жанрҙарында бағышларға планлаштыра.