Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Специальная теория относительности" битен тәржемә итеп төҙөлгән

ә clean up using AWB
6 юл:
Лоренц әүерелештәре махсус сағыштырмалыҡ теорияһында үҙәк урынды биләй. Улар ваҡиғалар бер инерциаль хисаплама системаһынан икенсеһенә күскәндә арауыҡ-ваҡыт координаталарын үҙгәртеү мөмкинлеген бирә.

Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы [[Альберт Эйнштейн]] тарафынан 1905 йылда  «Хәрәкәт итеүсе есемдәрҙең электродинамикаһына» тигән хеҙмәттә һүрәтләнә. Төрлө хисаплама системалары араһында координаталар һәм ваҡыт әүерелештәренең математик аппараты  (электромагнит ҡыры тигеҙләмәләрен һаҡлау маҡсатында) әүәле француз математигы А. Пуанкаре тарафынан төҙөлә (ул «Лоренц әүерелештәре» тигән терминды ла тәҡдим итә — Лоренц үҙе быға тиклем тик яҡынса формулаларҙы ғына сығарған була<ref>Впервые такие преобразования пространственно-временных координат получены Фогтом в 1887 году при исследовании эффекта Доплера (для света) как преобразования, сохраняющие уравнение колебаний упругой среды — светоносного эфира. Данная работа осталась незамеченной. Даже сам Фогт не использовал эти выводы в своей последующей статье того же года. Лоренц в 1892 и 1895 г. формально вводит понятие «местное время», которое примерно сохраняет неизменными уравнения Максвелла в движущейся системе отсчёта. В 1900 году Лармор в работе «Эфир и материя» опубликовал преобразования, сохраняющие уравнения Максвелла. Эти же преобразования уже в 1904 году переоткрыл Лоренц. </ref>). А. Пуанкаре был әүерелештәрҙе уйҙырма ваҡытлы дүрт үлсәмле арауыҡ-ваҡыттағы боролоштар тип аңларға мөмкин булыуын күрһәтә (Г. Минковскийҙан алда) һәм Лоренц әүерелештәренең төркөм хасил итеүен күрһәтә.

«Сағыштырмалыҡ теорияһы» тигән терминды М. Планк тәҡдим итә. Артабан, А. Эйнштейн гравитация теорияһын — [[Дөйөмдөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы|дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһын]]н — эшләгәндән һуң сағыштырмалыҡ теорияһына «махсус» йәки «айырым» тигән һүҙ өҫтәлә.

== МСТ-ны ижад итеү ==
16 юл:

Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы [[XX быуат|XX]] быуат башында Г. А. Лоренц, А. Пуанкаре, [[Альберт Эйнштейн|А.]] [[Альберт Эйнштейн|Эйнштейн]] һәм башҡа ғалимдар  тарафынан эшләнә <ref>''Гинзбург В. Л.'' Как и кто создал теорию относительности? в Эйнштейновский сборник, 1966. — М.: Наука, 1966. — С. 366-378. — 375 с. — 16 000 экз.
</ref> . МСТ-ны барлыҡҡа килтереү өсөн тәжрибәүи нигеҙ булып Майкельсон тәжрибәһе хеҙмәт итә.  Һөҙөмтәләр ул осорҙағы классик физика өсөн көтөлмәгән булып сыға: яҡтылыҡ тиҙлеге Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү йүнәлешенә һәм орбита буйынса хәрәкәтенә бәйле түгел икән.  Алынған мәғлүмәттәрҙе аңлатырға тырышыу классик белемдәрҙе ҡайтанан ҡарауға һәм махсус сағыштырмалыҡ теорияһын хасил итеүгә килтерә.

Яҡтылыҡ тиҙлегенә яҡыная барған тиҙлектәр менән хәрәкәт итеү сәбәпле классик динамика закондарынан тайпылыу арта бара. Көс менән [[тиҙләнеш]]<nowiki/>те бергә бәйләүсе Икенсе Ньютон законы МСТ-ға яраҡлаштырылырға тейеш. Шулай уҡ есем импульсы менән кинетик энергияһының да  релятивистик булмаған осраҡ менән сағыштырғанда тиҙлеккә бәйләнгәнлеге ҡатмарлыраҡ.

Яҡтылыҡ тиҙлегенә яҡыная барған тиҙлектәр менән хәрәкәт итеү сәбәпле классик динамика закондарынан тайпылыу арта бара. Көс менән [[тиҙләнеш]]<nowiki/>те бергә бәйләүсе Икенсе Ньютон законы МСТ-ға яраҡлаштырылырға тейеш. Шулай уҡ есем импульсы менән кинетик энергияһының да  релятивистик булмаған осраҡ менән сағыштырғанда тиҙлеккә бәйләнгәнлеге ҡатмарлыраҡ.

Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы тәжрибәләр аша күп тапҡырҙар раҫланған һәм ҡулланыусанлыҡ йәһәтенән дөрөҫ теория булып тора<ref>''Сацункевич И. С.'' [http://urss.ru/cgi-bin/db.pl?lang=Ru&blang=ru&page=Book&id=16349 Экспериментальные корни специальной теории относительности]. — 2-е изд. — М.: УРСС, 2003. — 176 с. </ref> Л. Пэйдж әйтмешләй, «беҙҙең электр быуатында һәр генераторҙың һәм һәр электр моторының әйләнеп торған якоры сағыштырмалыҡ теорияһының ғәҙеллеген иғлан итеүҙән туҡтамай  — тыңлай белергә генә кәрәк»<ref>''Мизнер Ч., Торн К., Уилер Дж.'' Гравитация. — М.: Мир, 1977. — Т. 1. — С. 109. — 474 с.</ref>.
Юл 27 ⟶ 26:

=== Төп төшөнсәләр ===
Хисаплама системаһы был системаның башланғысы итеп һайланған ниндәй ҙә булһа бер матди есемдән, хисаплама системаһына ҡарата объекттарҙың торошон асыҡлау ысулынан һәм ваҡытты иҫәпләү ысулынан  тора. Ғәҙәттә хисаплама системаһын һәм [[координаталар системаһы]]<nowiki/>н айыралар. Ваҡытты иҫәпләү ғәмәлиәтен координаталар системаһына өҫтәү уны хисаплама системаһына «әүерелдерә».

Инерциялы хисаплама системаһы (ИХС) түбәндәгесә аңлатыла: тышҡы тәьҫирҙәргә бирелмәгән объект был системаға ҡарата  тигеҙ һәм тура һыҙыҡлы хәрәкәт итә. ИХС бар һәм был инерциялы системаға ҡарата тигеҙ һәм тура һыҙыҡлы хәрәкәт иткән теләһә ҡайһы хисаплама системаһы  ИХС булып тора.

Арауыҡта локалләшә алған һәм шуның менән бергә бик бәләкәй оҙайлылыҡҡа эйә булған теләһә ҡайһы физик процесс ваҡиға тип атала.  Йәғни ваҡиға (x, y, z) [[Координаталар системаһы|координата]]<nowiki/>лары һәм t ваҡыт мәле менән тасуирлана. Ваҡиғаларға миҫалдар: [[яҡтылыҡ]] балҡышы, материаль нөктәнең ошо мәлдәге торошо һ.б.

Ғәҙәттә  S һәм S' инерциялы системалары ҡарала. S системаһына ҡарата үлсәнгән бер ваҡиғаның ваҡыты һәм координаталары (t, x, y, z) тип, ә ошо уҡ ваҡиғаның S' системаһына ҡарата булған ваҡыты һәм координаталары (t', x', y', z') тип билдәләнә. Системаларҙың координата күсәрҙәре бер-береһенә параллель һәм S' системаһы S системаһының x күсәре эргәһенән  v тиҙлеге менән хәрәкәт итә тип ҡарау уңайлы. (t', x', y', z') ваҡыты һәм координатаһын (t, x, y, z) менән бәйләүсе нисбәттәрҙе эҙләү МСТ алдындағы бурыстарҙың береһе  булып тора. Был нисбәттәр Лоренц әүерелештәре тип атала.
Юл 46 ⟶ 45:
=== Үлсәү берәмектәрен яраштырыу ===
Инерциялы хисаплама системаларының төрлөһөндә эшләнгән үлсәүҙәрҙе бер-береһе менән сағыштырып булһын өсөн үлсәү  берәмектәрен хисаплама системалары араһында яраштырыу мөһим. Әйтәйек, оҙонлоҡ үлсәүҙәре перпендикуляр йүнәлешле оҙонлоҡ эталондарын инерциялы хисаплама системаларының сағыштырма хәрәкәтенә сағыштырып яраштырыла ала<ref>''Киттель Ч., Наит У., Рудерман М.'' Берклеевский курс физики. — Издание 3-е, исправленное. — М.: Наука, 1986. </ref>.
Мәҫәлән, был x һәм x' күсәрҙәренә параллель хәрәкәт итеүсе һәм (y, z) менән (y',z') рәүешендәге төрлө, ләкин даими координаталы ике киҫәксәнең траекторияһы араһындағы иң ҡыҫҡа ара булыуы мөмкин. [[Ваҡыт]]<nowiki/>ты үлсәү берәмеген яраштырыу өсөн бер иш сәғәттәрҙе, мәҫәлән, атом сәғәттәрен файҙаланырға була.

=== МСТ постулаттары ===
Юл 104 ⟶ 103:

== Сығанаҡтар ==
{{Ҡалып:Иҫкәрмәләр|2}}

== Һылтанмалар ==
Юл 111 ⟶ 110:
* МСТ структураһын һәм унда сәғәттәр синхронлашыуын һүрәтләүсе хеҙмәттәр: [[arxiv:gr-qc/0510024|arxiv: gr-qc/0510024]]; [[arxiv:gr-qc/0510017|arxiv: gr-qc/0510017]]; [[arxiv:gr-qc/0205039|arxiv: gr-qc/0205039]].
* А. Пуанкареның МСТ-ға индергән өлөшө тураһында: [[arxiv:hep-th/0501168|T. Damour: Poincare, Relativity, Billiards and Symmetry]].

[[Категория:Альберт Эйнштейн]]