Австро-Венгрия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
144 юл:
1860—1861 йылдарҙағы конституцион реформаларҙы булдырыу ниәттәре юҡҡа сыҡҡандан һуң, император [[Франц Иосиф I]] монархияны нығытыу маҡсатында Венгрия милли хәрәкәте менән ниндәй булһа ла компромисс булдырыу өмөтөн ташламай. 1865 йылда император һәм Ференц Деак араһында аралашсылар ярҙамында йәшерен һөйләшеүҙәр башлана. Уларҙың һөҙөмтәләре Деактың 1865 йылдың 16 апрелендә «Пасха мәҡәләһендә» көн күрә. Венгрия либералдарының лидеры 1848 йылдағы конституцияның тергеҙелеүе тураһындағы ғәҙәти талаптарҙан баш тартыуы хаҡында әйтеп бирә. 1865 йылда асылған Венгрия дәүләт йыйылышында Австрия менән компромисс мөмкинлегенең шарттары тураһында бик ярһыу дискуссиялар йәйелә. Еңеүҙе Деак һәм уны яҡлаусылар яулай. Уларға ҡаршы 1848 йылдағы конституцияны, алдан һөйләшелгән килешеү шарттары сифатында, раҫлау мөһимлеген еткерергә ныҡышҡан радикалдар һәм «резолюция партияһы» тора.
 
Австрия һәм Венгрияның үҙ -ара яҡынайыуы 1860 йылдарҙың уртаһындағы халыҡ-ара ваҡиғаларын әүҙемләштерә. 1866 йылда Австрия һәм Пруссия араһында һуғыш тоҡана һәм Австрия ғәсҡәрҙәре Садова янындағы алышта тар-мар ителә. Һуғышта еңелеүе Австрия империяһын Германия конфедерацияһынан төшөрөп ҡалдырыуына һәм Пруссия эгидаһы аҫтында Германияның берләшеу процесы башланыуына ишара була. Һуғыш һөҙөмтәһендә Австрия империяһының киҫкен көсһөҙләнеүе, шул уҡ ваҡытта Рәсәй яғынан хәүеф көсәйеүе һәм империяның славян халыҡтары милли хәрәкәттәре эсендә, айырыуса чехтарҙың, панславян симпатиялары үҫеүе, Венгрия лидерҙарын борсой. «Пассив ҡаршылашыу» тактикаһы инде һөҙөмтә алып килмәй, ә киреһенсә, Венгрия элитаһын дәүләт менән идара итеү мөмкинселегенән мәхрүм итә. Шул уҡ ваҡытта [[Австрия империяһыныңимперияһы]]ның башҡа милләттәре дәүләтте тигеҙ хоҡуҡлы халыҡтар федерацияһына әүерелдереү идеялары менән сығыш яһаған чехтар, хорваттар, румындар, поляктар һәм словактарҙың милли хәрәкәттәре көсәйә. Барыһы бергә Деакты һәм уны яҡлаусыларын революция дәүеренең милли идеологияһынан баш тартыуға һәм хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙә, радикаль рәүештә үҙҙәренең талаптарының күләмен кәметеүгә алып килде.
 
Шул уҡ ваҡытта Австрия либералдары империяның көнбайыш өлөшөндә немецтар өҫтөнлөк алған милләт булып ҡалһын өсөн, венгрҙар менән союздың мөһимлегенә төшөнә. Дәүләт трансформацияһында бер нисә вариантты, шул иҫәптән неабсолютизмға кире ҡайтыуҙы һәм халыҡтар федерацияһын булдырыуҙы, күҙ уңында тотҡан [[Франц Иосиф]] 1866 йылға Германияла Австрия реваншы мөмкинлегенә өмөт биргән Австро-Венгрия дуализмы өҫтөнлөгөнә инана. Венгрия милли хәрәкәтенә император позицияһы бер аҙ йомшарыуында, бәлки, уның ҡатыны, венгрҙарҙы яҡын күргән императрица ''Елизавета'' уйнағандыр. Һуңғараҡ Австро-Венгрия компромисын булдырыуҙа уның ролен, импрератрица образын идеаллаштырып, Венгрия йәмғиәт фекеренә ярашлы, бик ныҡ арттырып күрһәтәләр.