Австро-Венгрия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
238 юл:
 
== Тарҡалыу ==
[[1918 йыл]]дағы иҡтисади кризис, фронттағы ҡатмарлы хәлдәр һәм күрше Рәсәй империяһы емерелеүе Австро-Венгрия империяһының да тарҡалыуына сәбәп була. Ошо йылдың октябрендә уҡ ваҡиғалар һәләкәтле төҫ ала һәм Карл I милли комитеттар булдырып, берләшеүгә саҡыра. Комитеттар ойошторола, әммә улар империяны үҙәкләштереү менән түгел, ә милли әҙселектәр мәнфәғәттәрен яҡлау менән булыша башлай.
 
[[28 октябрь|28 октябрҙә]] чехтарҙың милли комитеты [[Чехословакия]], [[29 октябрь|29 октябрҙә]] ''Словения, Хорватия һәм Сербия дәүләтен'' иғлан ите, [[31 октябрь]] көндө [[Будапешт]]та ҡораллы ихтилал була һәм Австрия императоры ил өҫтөнән контрольконтролде юғалта. [[1 ноябрь|1 ноябрҙә]] ''Көнбайыш Украина халыҡ республикаһы'', [[6 ноябрҙә]] — [[Польша]] иғлан ителә. Шул уҡ көндө Карл I Австрия тәхетенән баш тарта. Австро-Венгрия үҙенең йәшәйешен туҡтата.
 
Германия менән союздаш [[Австрия республикаһы]] иғлан ителә, әммә һуңыраҡ был союз Версалдә, Сен-Жермендә һәм Трианонда ҡул ҡуйылған Париж конференцияһы солох килешеүенә ярашлы тыйыла.