Абрахам Маслоу: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә категория
Visem (фекер алышыу | өлөш)
27 юл:
 
Маслоу мәктәптең иң һәләтле уҡыусыларының береһе була. 1926 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, атаһының тәҡдиме буйынса Нью-Йорк Сити-колледжының юридик факультетына инә, әммә беренсе курсты ла тамамламай. Беренсе тапҡыр психология фәне менән Маслоу Корнель университетында таныша (Cornell University, Ithaca), психологияны алып барыусы профессор Э. Б. Титченер аша.
1928 йылда Маслоу Мадисон ҡалаһында урынлашҡан Висконсин университетына күсә. Уның ғилми етәксеһе приматтарҙы өйрәнеүсе билгеле тикшеренеүсе Гарри Харлоу була. Шул уҡ йылда Маслоу 12 йәштән яратҡан ике туған һеңлеһе Бертаға өйләнә. [5]
Висконсин университетында ул бакалавр (1930), магистр (1931) һәм фәндәр докторы (1934) ғилми дәрәжәләренә өлгәшә[6]. Маслоу классик бихевиористик белем ала. Фән өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеүен алдан күрһәткән беренсе ғилми эше приматтарҙың енси мөнәсәбәттәренә бәйле психик хәл (сексуальность) һәм үҙ-үҙҙәрен социаль тотош бәйләнешәнә арналған. [4]
1934 йылда Маслоу Колумбия университетында билгеле бихевиорист, научение өлкәһендәге теоретик Эдвард Торндайктың ассистенты булып эшләй башлай. Башта Маслоу ҙа бихевиоризм яҡлы, Джон Б. Уотсон хеҙмәттәре менән һоҡлана, әммә яйлап башҡа идеялар менән мауығып китә[5].
Уотсондың бик яҡшы программаһы мине психологияға килтерҙе. Әммә уның хәл иткес етешһеҙлеге бар: ул тик лаборатория өсөн һәм лабораторияла яҡшы эшләй. Һеҙ уны кейә лә, сисә лә алаһығыҙ, тап лаборатория халаты кеүек… Ул кеше хаҡында төшөнсә, ғүмер фәлсәфәһе, кеше тәбиғәте хаҡында концепция бирмәй. Ул йәшәү өсөн ориентирҙар, үтмәй торған ҡиммәтәр асмай, дөрөҫ юлды һайлауға ярҙам итмәй. Ул тик кешеләрҙең үҙ-үҙҙәрен тотошо хаҡында мәғлүмәттәр йыйыу ысулы, һеҙ күрә, һиҙә, ишетә алған әйберҙәр тураһында.
— [5]
 
1937 йылда Маслоу Бруклин колледжына профессор булып саҡырыла, һәм бында 14 йыл эшләй. Ошо ваҡытта ул европа илдәренең иң билгеле психологтары менән таныша, мәҫәлән, нацист ғәскәрҙәре эҙәрлекләүҙәренән ҡасҡан Альфред Адлер, Эрих Фромм, Карен Хорни, Маргарет Мид, гештальтпсихологияһына нигеҙ һалыусы Макс Вертгеймер һәм антрополог Рут Бенедикт. Һуңғы ике ғалим Маслоуҙың остаздары, дуҫтарына әйләнә, улар ярҙамында “үҙ-үҙенән актуалләшкән” (самоактуализирующийся) шәхес идеяһы барлыҡҡа килә[7].
Самоактуализацияны өйрәнеүем ғилми тикшеренеү булараҡ планлаштырылмағайны. Был тикшеренеү йәш фекерләүсенең яратҡан, һоҡланған ике остазын, ғәҙәттән тыш көслө шәхестәрҙе аңларға тырышыу булараҡ башланды. Был үҙенә күрә бөйөк интеллектҡа табыныу ине. Уларҙы өҙөлөп һөйөү миңә аҙ ине, мин ни өсөн был ике кеше башҡаларҙан шул тиклем айырылыуын аңларға теләнем. Был ике кеше Рут Бенедикт һәм Макс Вертхаймер ине.
— [5]
 
Маслоуҙың яңы идеяларын танытыу теләген америка психологтары, күбеһе бихевиорист булғанға күрә, насар ҡаршы ала. Хатта бер факультетта эшләгән хеҙмәттәштәре лә унан ситләшә, төп журналдар уның хеҙмәттәрен баҫтырып сығармай [7]. 1951 йылда Маслоу Брандейс университетында яңы асылған беренсе психология факультетының деканы булып тәғәйенләнә. 1969 йылға тиклем ул был вазифаны биләй. Тап ошо ваҡытта уның идеялары танылыу таба, айырым бер йүнәлеш, гуманистик психология, булып формалаша[7]. 1960-сы йылдарҙа Маслоуҙың идеялары бик популяр була, хатта ул үҙе көтмәгәндә 1967 йылда ғалимды Америка психология ассоциацияһының президенты булып һайлайҙар[4].
А. Маслоу миокард инфаркты арҡаһында 62 йәшендә вафат була[8][9].
Уның апайы — антрополог һәм этнограф Рут Маслоу Льюис (1916—2008), антрополог Оскар Льюистың[3] ҡатыны.
 
== Фәнни ҡараштары ==