Искәндәриә маяғы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
'''Искәндәриә мая́ғы ''' ('''Фа́рос мағы ''') — [[Б.э. тиклем III быуатта ]] Фарос утрауында, египет ҡалаһы [[Искәндәриә]] эргәһендәге Фарос утрауында ҡуйылған. [[Донъялағы ете мөғжизәнең ]]береһе<ref>[http://antiquites.academic.ru/1254/%D0%9C%D0%B0%D1%8F%D0%BA_%D0%90%D0%BB%D0%B5%D0%BA%D1%81%D0%B0%D0%BD%D0%B4%D1%80%D0%B8%D0%B9%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%28%D0%A4%D0%B0%D1%80%D0%BE%D1%81%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9%29 Маяк Александрийский (Фаросский)] Античный мир. Словарь-справочник. EdwART. 2011.</ref><ref>[http://dic.academic.ru/dic.nsf/es/91025/%D0%A4%D0%90%D0%A0%D0%9E%D0%A1%D0%A1%D0%9A%D0%98%D0%99 ФАРОССКИЙ МАЯК]. Энциклопедический словарь. 2009.</ref>.
 
== Тарихы==
 
Маяк Искәндәриә ҡалаһы эргәһендә , [[Фарос]] [[Средиземное море|Урта диңгеҙ ]]ҙәге [[Фарос]] утрауында төҙөлгән. Ҡоролманы утрау исеме менән Фарос маяғы тип атағандар. Портҡа [[Александр Македонский|Бөйөк Искәндәр ]] нигеҙ һалған. Б.э. тиклем [[332 йылда ]] [[Древний Египет|Египетҡа ]] килгәнендә шулай хәл иткән .
 
Уны егерме йылда эсендә төҙөп бөтөргә ниәтләгәндәр. Әммә төҙөлөш б.э. тиклем [[283 до н. э.|283 йылда ]] уҡ тамамланған. Ғәйәт ҙур ҡоролманы төҙөүгә биш йыл ғына ваҡыт киткән. Был Египет менән [[Птолемей II Египетский|Птолемей II]] батша идара иткән мәлдә булған. Архитекторы- Сострат Книдский .
 
Порт урынлашҡан бухтаға инеү хәүефле булған. Бигерәк тә, төндә. Сөнки, инә торған юлда риф тауҙары тауҙары ятҡан. Маяҡ караптарға имен-аман бухтаға инергә ярҙам итергә тейеш булған. Төндә факелдың һыуға төшкән шаңдағы, ә көндөҙ төтөн бағанаһы караптарға юҫыҡланырға ярҙам иткән.
 
Маяҡ мең йылға яҡын хеҙмәт иткән. Тик 796 йылда [[ер тетрәү ]] һөҙөмтәһендә ныҡ зыян күргән. Аҙаҡ Египетҡа килгән ғәрәптәр [[ғәрәптәр]] тергеҙеп маташҡандар. XIV быуатта маяҡтың бейеклеге 30 м тирәһе булған. XV быуат аҙағында солтан Кайт-Бей маяк урынында [[крепость Кайт-Бей|ҡәлғә]] төҙөткән. Ул ҡәлғә әле лә тора.
 
Фарос маяғы өс [[мәрмәр ]] башнянан торған. Нигеҙе ҙур-ҙур ауыр таш плитәләрҙән (блок) һалынған. Башняның аҫҡы өлөше дүрт мөйөшлө булған. Бүлмәләрендә эшселәр һәм һалдаттар йәшәгән. Урта өлөшөн бәләкәйерәк итеп, һигеҙ ҡырлы итеп эшләгәндәр. Уның эсендәге өйрөлтөп һалынған пандус аша башняның өҫкө, цилиндр формаһындағы өлөшөнә, факел торған урынға күтәрелгәндәр.
 
== Яҡтылыҡты йүнәлтеүсе ==
 
Маяктың дөйөм бейеклеге — 120—135 [[метр]] булған. Факелдың яҡтылығы 51 км-ҙан (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 83 км-ҙан ) күренеп торған.
 
Аҫҡы өлөшө - 60 метр бейеклегендәге һәм һәр яғы 30.5 м оҙонлоғондағы , [[Призма (геометрия)|призма]] формаһындағы квадрат нигеҙле башня . Эсендә һәр төрлө кәрәк-яраҡ һаҡланған.
 
Мөйөштәре [[Тритон (мифология)|Тритон ]] һындары менән биҙәлгән яҫы түшәме, өҫтәге һигеҙ ҡырлы башня өсөн нигеҙ булып торған. Был 40 м бейеклектәге башня аҡ мәрмәр менән көпләнгән .
 
Маяктың өҫкө (өсөнсө) ҡатын цилиндр рәүеше биреп, 8 бағана ( колонна) ултыртып эшләгәндәр. Улар өҫтөндә диңгеҙҙәр батшаһы [[Посейдон]]дың, (йәки, [[Зевстың]]) 8 метрлы бронза һынын тотоп торған көмбәҙ ултыра.
 
Факел көнөн-төнөн янып торһон өсөн бик күп яғыулыҡ кәрәк булған. Утынды [[мул]]дар егеп, арбаларҙа пандус аша ташып торғандар. Факелдың артҡы яғында [[Бронза|бронза ]] көҙгөләр торған. Улар яҡтылыҡты, [[диңгеҙ яғына ]] сағылдырып торғандар. Маяктың тағын бер тәғәйеләнеше- дошмандан һаҡлаусы ҡәлғә лә булып торған. Искәндәриә маяғы ярҙамында боронғо ғалимдар иң беренсе башлап ерҙең радиусын үлсәгәндәр тигән фараз да бар (2008 йылда әйтелә) <ref>[http://www.dioi.org/vols/we0.pdf DIO volume 14], pages 3-12 and page 2 footnote.</ref>.
 
== Маяҡтың юҡҡа сығыуы ==
 
[[XII ]]быуатта бухта һайыға. Караптар инеү ҡыйынлаша. Маяҡ ҡулланыштан төшөп ҡала. [[Зеркало| Көҙгө ]] булып хеҙмәт итеүсе баҡыр пластинкаларҙы , моғайын, [[Монета|аҡса ]] өсөн иретеп алғандарҙыр.
 
Маяҡ өс тапҡыр ер тетрәүгә эләгә: 956, 1303 һәм 1323йылдарҙа. Һуңғыһында, [XIVбыуатта ]] [[ер тетрәү һөҙөмтәһендә ]] тулыһынса емерелеп ҡуя. Ватыҡтарын ҡәлғә төҙөү өсөн файҙаланғандар. Ҡәлғәне бер нисә тапҡыр яңыртып төҙөгәндәр ( ҡәлғә әле лә бар).
 
== Тикшеренеү эштәре ==
 
 
1968 йылда [[ЮНЕСКО]] тарафынан маяҡтың ҡалдыҡтарын тикшереү ойошторола. Был эште күренекле археолог, һыу төптәрен тикшереүсе [[Фрост, Хонор|Хонор Фрост]] алып бара <ref>''Стивен Шварц.'' [http://www.stephanaschwartz.com/PDF/Eastern-Harbor.pdf A Preliminary Survey of the Eastern Harbour, Alexandria, Egypt Including a Comparison of Side Scan Sonar and Remote Viewing] {{ref-en}} на сайте ''stephanaschwartz.com</ref>: 1997 йылда был Франция хөкүмәте экспедиция өсөн [[Фрост, Хонор|Хонор Фростты]] « Египеттә һыу аҫты археологияһына индергән яңылыҡтар хөрмәтенә » миҙалы менән бүләкләй.
 
 
2015 йылда Египет етәкселеге маяҡты яңынан төҙөргә тигән тәҡдимгә ыңғай яуап бирә. Маяҡты Фарос утрауында, элекке ултырған еренә яҡын төҙөйәсәктәр<ref>[https://meduza.io/news/2015/05/09/v-egipte-reshili-zanovo-postroit-aleksandriyskiy-mayak В Египте решили заново построить Александрийский маяк — Meduza<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref><ref>[http://archaeologynewsnetwork.blogspot.ru/2015/05/egypt-approves-replica-pharos.html#.VUy2kt93PQo The Archaeology News Network: Egypt approves replica Pharos lighthouse plans<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>
 
 
Маяҡ “иҫән” саҡта төшөрөлгән бер һүрәте лә юҡ. Реконструкторҙар бары ғәрәп яҙмаларында ҡалған мәғлүмәттәргә генә таянып күҙ алдына килтерәләр. Маяҡ эшләү өсөн өлгө итеп Египет ҡалаһы Абусирҙа табылған табут өҫтөндәге башняны алыуҙары мөмкин. Уның ҡуйылған ваҡыты Искәндәриә маяғыныҡы менән тап килә. Ҡайһы бер тарихсылар Абусир башняһы Искәндәриә маяғының кесерәйтеп эшләнгән күсермәһе тип һанай.