Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Сәнәғәт: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Сәнәғәт)
→‎Ауыл хужалығы: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Ауыл хужалығы)
88 юл:
 
== Ауыл хужалығы ==
{{Яҙырға}}
Таулы-урманлы булғанлыҡтан районда һөрөнтө ер майҙаны бәләкәй, ул 75 мең гектарҙың ни бары 13 меңен генә тәшкил итә. Шуға ла ауыл хужалығы дөйөм иҡтисадта һиҙелерлек роль уйнамай, уның өлөшөнә муниципаль районда етештергән продукцияның ни бары 0,2 проценты тура килә. Бар ауыл хужалығы продукцияһының 87,7 % шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә. Аграр секторҙа 8 АХП, 74 КФХ һәм 14585 ШХ эшләй. 2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығының тулайым продукцияһы 1046,4 млн. һум тәшкил итеп, уҙған йылдың күрһәткестәре менән сағыштырғанда 0,9% күберәк булған. Бөртөклө ашлыҡ 777 га ерҙән урып һәм һуғып алынды, бөртөклө ашлыҡтың уңышы 15,6 ц/га тәшкил итте. Ҡоролоҡ арҡаһында 861 га ерҙән ни бары 12 мең центнер тулайым уңыш тәшкил итте. Ҡышлау өсөн малға 2600 тонна бесән, 2700 тонна сенаж әҙерләнде. 2009 йылдың 1 ғинуарына бөтә категория хужалыҡтар буйынса 21835 баш һыйыр малы бар. Шуға ҡарамаҫтан, малсылыҡтың һөҙөмтәлелегенең артыуы арҡаһында 2008-2012 йылдарға ауыл хужалығының үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙары, сеймал һәм аҙыҡ әҙерләү программаһының база күрһәткестәре үтәлде. 2009 йылда ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Ауыл хужалығы етештереүселәре һәм КФХ Федераль бюджет һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан дөйөм суммала 3629 мең һум аҡса алыу мөмкинселегенә эйә булды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән 2008 йылдың 10 декабренән 1554-р һанлы ҡарары нигеҙендә шәхси хужалыҡ алып барған граждандарына хужалыҡ техникаһын лизингҡа тапшырыу маҡсаты менән конкурс иғлан ителде. Был конкурста ҡатнашҡан 20 кешенең 4-һе трактор алыу бәхетенә иреште.
 
== Төҙөлөш ==